

Махсус хәрби операция биләмәһендә батырлыҡ күрһәткән, иптәштәренең ғүмерен ҡотҡарған, ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәгән яҡташтарыбыҙ бихисап. Шуларҙың береһе – Вәсил Аслаев. Ул “Башҡортостан” полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальонының танк взводы командиры.
Махсус хәрби операция биләмәһендә ул бик күп батырлыҡтар башҡарған. Бына уларҙың береһе.
Красный Лиман йүнәлешендәге Торск выступы районында, артиллерия уты һәм дрондар һөжүме аҫтында, Вәсил Аслаев батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә һәм ҡуйылған бурысты тулыһынса үтәүҙе тәьмин итә.
Батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн уны Луганск Халыҡ Республикаһының дәүләт наградаһына тәҡдим итәләр. Башҡортостан – геройҙар ваҡыты! Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Фото: "Башҡорт батальоны" ТГ-каналы.