Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
27 Ғинуар , 18:30

Шәфҡәт туташы һәм әсәйгә арналған йөрәк өҙгөс йыр

"Шул йырҙы башҡарған ҡыҙ ике аҙна элек МХО-ла мәрхүмә булып ҡалды, шәфҡәт туташы ине, ике балаһы ҡалған",- тигән яҙмаһын уҡығас, видеоны ҡарай ҡуйҙым. Йәш кенә ҡатынды йәлләп йөрәгем өҙөлдө. Ысынлап ул йырлаған микән тигән уй тыуҙы. Кем йырлағаны тиҙ асыҡланды - йәш, талантлы йырсы Ҡәҙриә Зөбәйерова. Ә йырҙың авторы Зәкирә Ғәниева булып сыҡты. Ул бына нимә тип яуап бирҙе: 

Шәфҡәт туташы һәм әсәйгә арналған йөрәк өҙгөс йыр
Шәфҡәт туташы һәм әсәйгә арналған йөрәк өҙгөс йыр

"Йырҙың авторы - мин, һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙем яҙҙым, 2023 йылда яҙылған шиғырым, сәхифәмдә лә бар, ап-асыҡ күренеп тора. Ә медсестра хаҡында хәбәрҙар түгелмен, кемдер видео йыйып, минең йырымды ҡуйып һалған. Миңә лә килеп етте ул, һорауҙар яуҙыралар, аңлатып яуап яҙып арып бөттөм инде",- тине ул. Зәкирә Ғәниеваны һәм Ҡәҙриә Зөбәйерованы матур йыр ижад итеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.

Шәфҡәт туташының да шәхесен асыҡланыҡ. Ул Саҡмағош районы ҡыҙы Лилиә Финат ҡыҙы Фазлиәхмәтова булып сыҡты. Үкенескә күрә, яугир ҡатын, ысынлап та, һәләк булған. Ике балаһы ҡалған тигәне лә дөрөҫ.

Видеоны "Плетем za победу" төркөмөн алып барыусы Эльвира Даянова эшләгән. "Матур йыр аша уның тормошон һәм күңел яраһын асырға теләгәйнем", - тине ул, Лилиә хаҡында һорашҡас.

Мәрхүмәнең ата-әсәһенең, балаларының, туғандарының ҡайғыларында сабырлыҡ теләйбеҙ. Лилиә хаҡында ентекләберәк яҙырбыҙ.

Гөлназ ҠОТОЕВА.

Шәфҡәт туташы һәм әсәйгә арналған йөрәк өҙгөс йыр
Шәфҡәт туташы һәм әсәйгә арналған йөрәк өҙгөс йыр
Шәфҡәт туташы һәм әсәйгә арналған йөрәк өҙгөс йыр
Шәфҡәт туташы һәм әсәйгә арналған йөрәк өҙгөс йыр
Шәфҡәт туташы һәм әсәйгә арналған йөрәк өҙгөс йыр
Автор: Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас