Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
27 Ғинуар , 10:00

Яҡташыбыҙ БПЛА менән оҫта идара итә

Хәрби фекеренсә, пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәре өҫтөнлөккә эйә һәм мөһим бурыстарҙы үтәй

Яҡташыбыҙ БПЛА менән оҫта идара итә
Яҡташыбыҙ БПЛА менән оҫта идара итә

Йәрмәкәй районының Оло Зиңгәрәй ауылынан “Добрыня” позывнойлы яугир БПЛА менән идара итергә өйрәнгән. Ул махсус хәрби операция биләмәһенә өлөшләтә мобилизация буйынса эләгә.

Хәрби фекеренсә, пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәре өҫтөнлөккә эйә һәм мөһим бурыстарҙы үтәй.

Операторҙың эше концентрация, инженер фекерләү, физика һәм программалау белемен, шулай уҡ тиҙ ҡарар ҡабул итеү һәләтен талап итә.

Был команда эше, унда разведка, дошманды күҙәтеү һәм граждандар объекттарына һөжүм итеүҙе иҫкәртеү мөһим. Дошман дрондарын тотоп алыу ҡатмарлы бурыстарҙың береһе булып тора.

“Добрыня” батырлығы өсөн Жуков миҙалы менән бүләкләнгән. Ул был һөнәрҙә даими үҫеш һәм үҙ-үҙеңде дисциплиналауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.

ӘЙТКӘНДӘЙ

Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәренә йыйыу башланды. Был – былтыр Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары буйынса булдырылған ғәскәрҙәрҙең яңы элиталы төрө.

МХО биләмәһендә дрондар ярҙамында ут бурыстарының 80 проценты үтәлә. Хәҙерге ҡораллы конфликттарҙа бындай сараларҙың роле шул тиклем юғары, ғәскәрҙәрҙең уңышлы хәрәкәт итеүе күп осраҡта пилотһыҙ системаларҙы идара итеүҙең һөҙөмтәлелеге менән билдәләнә. Әммә элек дрон операторҙары башҡа хәрби-иҫәп һөнәрҙәре буйынса иҫәпләнгән, хәҙер иһә уларҙың эше рәсми, юғары статус ала. Улар юғары класлы, яҡшы әҙерләнгән, автомат менән түгел, ә джойстик менән оҫта идара итеүсе яугирҙәр буласаҡ. Шуға күрә уларға башҡаларҙан айырылып торған махсус шарттар булдырыла һәм урындар һаны сикләнә. Был ғәскәрҙә хеҙмәт итеү өҫтөнлөктәре тураһында алдағы һандарҙа уҡырһығыҙ. Шулай уҡ БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында тулы мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса алырға була.

Фото: Йәрмәкәй районы хакимиәте. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас