Дәүләкәндәр махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүҙе дауам итә һәм гуманитар йөк туплай. Окоптарҙа кәрәк шәмдәр, йөрәк йылыһы ҡушылып бәйләнгән ойоҡбаш-бирсәткәләр, өй һалмаһы һәм башҡа бихисап әйберҙәрҙе килтерәләр.
Күптән түгел Дәүләкән районының Раев ауылы һәм Алға ҡасабаһы халҡы ирекмәндәр штабына яугирҙәр өсөн кәрәкле әйберҙәр алып килде, берҙәмлек һәм хәстәрлек күрһәтте. Уларҙың һәр береһе изгелек акцияһында ҡаташырға тырыша һәм уларҙың Тыуған илебеҙ һаҡсыларына ярҙам иткән өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Әйтәндәй, Дәүләкән районында гуманитар ярҙамды түбәндәге адрес буйынса килтерергә мөмкин: Дәүләкән ҡалаһы, Ҡыҙыл майҙан урамы, 11-се йорт.
Сығанаҡ, фото: Дәүләкән районы хакимиәте.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!