“Африка” позывнойлы яугир Бишбүләк районында тыуып үҫкән, 2022 йылдан махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәй. Ул – кесе сержант,пилотһыҙ осоу аппараттары операторы булып хеҙмәт итә. Былтыр март айында снайпер һөжүме менән дошмандың тере көсөн юҡ иткән.
Яугирҙе Донецк Халыҡ Республикаһының башлығы Денис Пушилин наградлаған. Был хаҡта “Башҡорт батальоны” телеграм-каналы яҙып сыҡты. Етәксенең билдәләүенсә, махсус хәрби операция геройҙары Донбасстың йәш быуыны өсөн өлгө булып тора.
–Мин үҙемдең ғаиләмдә яҡшы тәрбиә күреп үҫтем. Мине бәләкәйҙән йәберһетелгәндәрҙе, ”йомшаҡтарҙы” яҡларға өйрәттеләр. Олатайым өс һуғышты кисергән, уның тормош юлы - минең өсөн батырлыҡ юлы, шуға күрә һис икеләнмәйенсә Ватан һағына баҫтым, – ти Рәсәй Геройы Минеғәле Шайморатов исемендәге батальондың пилотһыҙ осоу аппараттары взводы расчеты начальнигы “Африка”.
Пилотһыҙ осоу аппараттары операторы хеҙмәте ныҡ бирелеп эшләүҙе, түҙемлекте, үҙ-үҙеңде контролдә тотоуҙы талап итә. Был хеҙмәт бик мөһим һәм Рәсәй ғәскәрҙәренең артабан алға сығыуына ҙур ярҙам күрһәтә.
– Операторға тимер характер һәм сыҙамлылыҡ кәрәк. Бер нисә сәғәт буйы күҙәтеү, мониторинг үткәреү, ҡарар ҡабул итеү өсөн ошо сифаттарға эйә булыу мотлаҡ, – ти яугир.
Ул махсус хәрби операция башланып, Шайморатов исемендәге беренсе башҡорт батальоны төҙөлөү менән контрактник булып Ватан һағына баҫырға теләй. “Мин уйланып торманым, тиҙ ҡарарға килдем. Иптәштәрем махсус хәрби операция зонаһында ине ул саҡта. Контракт хеҙмәте тәжрибәһе бар ине, шуға күрә мине нимә көтөүен яҡшы белә инем”, - ти “Африка”.
Ул үҙенең нисек оператор булып китеүен һөйләне. Хәрби әҙерлек үткәндә уны төҙәп атыусы итеп билдәләйҙәр. Күнегеүҙәр мәлендә ҡулын йәрәхәтләй. Әммә уның лазаретта ятырға теләге булмай. Ошо ваҡытта полигонға дрондар һәм уларҙың хәрби хәрәкәттәрҙәге роле менән таныштырыусы инструкторҙар килә һәм “Африка” ваҡытты бушҡа үткәрмәү өсөн курстарға йөрөй башлай. Тап ошо занятиелар уның фронттағы артабанғы юлына йоғонто яһай.
Алғы һыҙыҡта тәжрибә туплағандан һуң уны Рәсәй Геройы Владимир Жога исемендәге пилотһыҙ системалар үҙәгенә ебәрәләр. “Мин уҡыуҙы тамамлағанда “мавиктар” һәм шуларға оҡшаш “ҡарсыға”лар һирәк осмай ине инде, аҙаҡ улар ғәҙәти хәлгә әүерелде”, – тип иҫенә төшөрә ул көндәрҙе “Африка”.
– Мин коптер тибындағы “ҡарсыға”ларҙа эшләйем. Улар тәү сиратта разведка үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Разведка үткәрәбеҙ, штурмлау төркөмдәре өсөн маршруттарҙы һайлайбыҙ, дошманды асыҡлайбыҙ. Бер аппарат менән бер нисә бурысты башҡарып була. Өҫтәмә рәүештә хәрби өлөштө лә үҙ өҫтөнә алһа, дошманды ҡыйратасаҡ”.
Тәжрибәле операторҙар яңы хеҙмәткә килгән яугирҙәрҙе хәрби хеҙмәткә өйрәтә. “Һуғышта алынған тәжрибә баһалап бөткөһөҙ, – ти яугир. – Эшкә ныҡ ҡамасаулаусы тулҡынланыуҙан арынырға, иғтибарлы булырға өйрәтәбеҙ һәм ярҙам итәбеҙ, йәштәр менән эш бик мөһим”.
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәттең төп өҫтөнлөктәрен билдәләйек. Операторҙар өсөн юғары хәүефһеҙлек кимәле булдырылған. Уларҙың хеҙмәте һуғыш линияһынан алыҫта.
Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт сроктары тәҡдим итә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрбиҙәр хеҙмәттән бушатыла йәки яңы контракт төҙөй ала.
Яугирҙәргә специальностәрҙе һаҡлау гарантиялана. Контрактта билдәләнгәнсә, хәрбиҙе уның ризалығынан тыш пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән башҡа специальноскә йәки башҡа ғәскәр төрҙәренә күсерергә ярамай.
Контрактниктар тулы социаль пакет ала. Закон тарафынан ҡаралған түләүҙәр, льготалар һәм социаль гарантиялар уларға ла тейеш. Студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар академик ял алып, контракт төҙөй ала, ә хеҙмәттән һуң бюджетта уҡыу мөмкинлегенә эйә. Пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениеларындағы хеҙмәт менән ҡыҙыҡһыныусылар 122 телефонына шылтырата ала.
Фото: “Башинформ”.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!