

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды инвалидтарға кәрәкле реабилитация саралары биреп, махсус хәрби операция ветерандарына ярҙамды киңәйтеүен дауам итә. Яңылыҡтар иҫәбендә - адаптив кейем, ул 2025 йылдың апрелендә фондтың попечителдәр советы ҡарары буйынса ярҙам программаһына индерелгән.
Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлыҡ, көндәлек тормошта ышаныслы булыуҙы тәьмин итеү кейемдең төп маҡсаты булып тора. Махсус әҙерләнгән моделдәр һәр ветерандың индивидуаль үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, көндәлек бурыстарҙы тиҙ башҡарып сығырға ярҙам итә.
Ассортиментта яугирҙәрҙең төрлө ихтыяжын һәм хәлен иҫәпкә алып эшләнгән 12 төрлө функциональ кейем тәҡдим ителә. Бындай ярҙам адаптацияны күпкә еңеләйтә һәм алыусыларҙың йәшәү сифатын күтәрә. Ошо көндәрҙә фондтың яңыртылған филиалында Хәйбулла районынан яраҡлаштырылған кейемде тәүгеләрҙән булып хәрби хәрәкәттәр ветераны, яңыраҡ хәрби хеҙмәттән бушатылған Абдуллин Юлдаш Рәсүл улы алды. Был сара район ветерандарына ярҙам итеүҙә мөһим аҙым һәм уларҙың ихтыяждарына иғтибарлы мөнәсәбәт өлгөһөн күрһәтә.
Сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре"
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan