

Был хеҙмәт һөйөүсән ғаилә Федоровка районы ауылдарының береһендә йәшәй. Ғаилә башлығы элекке колхозда төрлө вазифаларҙа хеҙмәт итә, ҡатыны 25 йылдан ашыу хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә эшләй. Хәҙер хаҡлы ялдалар.Ул һәм ҡыҙҙарына юғары белем алырға, аяҡҡа баҫырға ярҙам итә ата-әсә.
Бөгөн улар махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән улының телефондан шылтыратыуын көтөп, илдә тиҙерәк именлек урынлашыуына, Еңеү килеүенә ҙур өмөт һәм ышаныс менән йәшәй, тип яҙа "Ашҡаҙар таңдары".
Улдарын Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлағанан һуң диплом алыу менән лейтенант званиеһында Чита ҡалаһына хәрби хеҙмәткә ебәрәләр. Егет аэродромда хеҙмәт итә һәм хәрби юлды һайлай.
“Ә бер аҙҙан ул осорға теләүен, летчик булырға уйлауын белдерҙе, – ти ата-әсә. –Торжок ҡалаһында хәрби училищены тамамлау менән уларҙың часен Читанан махсус хәрби операция зонаһына ебәрҙеләр”.
Мөмкинлек килеп сығыу менән улдары, ата-әсәһенә телефондан шылтыратып, хәлдәрен белергә тырыша, ”барыһы ла яҡшы, борсолмағыҙ”, тип тынысландыра.
Улдары өйләнгән, ҡатыны Настя Читала ирен көтә. Бер нисә тапҡыр бергәләп ауылға ҡайҡандар. “Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә тик ултыра белмәне, ҡатыны менән ҡыйыҡты ремонланылар, веранданы үҙгәртеп ҡорҙолар. Настя – ауыл ҡыҙы, эш рәтен белә, уңған”, – ти ата-әсә ҡәнәғәтлек менән.
Хәрби-һауа көстәре офицеры, өлкән лейтенант батырлығы өсөн орден-миҙалдар менән наградланған. Федоровка халҡы ҡыйыу летчикка именлек, уңыштар теләй һәм еңеү менән тиҙерәк тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуын көтә.
Фото: шәхси архивтан.