

Федяға ике йәш булғанда ата-әсәһе Жуково ауылына йәшәргә күсә. Махсус мәктәпте тамамлағас, ул урта белем тураһында аттестат ҡына түгел, ә токарь-фрезерлаусы һөнәре лә ала. Ә һуңынан, урта махсус уҡыу йортонда уҡ ташсы, быраулау ҡоролмаларын хеҙмәтләндереү буйынса слесарь һөнәренә уҡый. Мобилизация иғлан ителгәс, ул ситтә ҡала алмауын аңлай. “Ауылдан күптәрҙе мобилизацияланылар, мин дә барырға булдым. Илгә хәүеф янағанда ситтә ҡалыу яҡшы түгел”, - ти ир. Бер нисә аҙна уҡығандан һуң яугирҙе мотоуҡсылар ғәскәрҙәренә тәғәйенләп, беренсе заданиеға ебәрәләр. Хәрби тормоштоң ҡайһы бер нескәлектәрен “Таҙа” шунда уҡ үҙендә кисерә.
“Юлға күп нәмә алмаҫҡа ҡушып, юлда артыҡ нәмәләрҙән арынасаҡ икәнебеҙҙе әйтһәләр ҙә, кәрәген дә, кәрәкмәгәнен дә алғанмын, хатта рюкзактың лямкалары ауырлыҡтан өҙөлөп төштө – ярты йөктө ташларға тура килде", – тип көлә яугир.
“Таҙа” хәрби хәрәкәт барған ерҙә емереклектәр күреп ныҡ аптырай: ташландыҡ, емерелгән техника, йорттар төҙөлөш материалдары сүплегенә оҡшаған була. Әммә эргәлә тормош дауам итә. Урындағы халыҡ мал-тыуарын, ишек алдындағы ҡош-ҡортто - барыһын ташлап, ауылдан киткән булған. “Мин уларҙы шул тиклем йәлләнем, ярма табып ашаттым, һыу ҡойҙом һәм артабан киттем. Улар бит ғәйепле түгел”, – тип иҫенә төшөрә ир.
Тәүге заданиела ике тәүлек буйына яугирҙәр асыҡ ерҙе үтеү өсөн уңайлы мәл көтөп, йәшенеп ултыра. “Йүгереп барғанда, ерҙең аяҡтары теймәгән кеүек тойолдо”, - ти ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның өсөн беренсе эш фажиғәле тамамлана. Төркөмдөң алға барған ваҡытында “Чистый” иптәше ярҙам һорап саҡырыуын ишетеп, уға ҡаршы йүгерә һәм минаға баҫып аяғын юғалта. “Мин был хәлдең нисек булғанын да аңламай ҡалдым, барыһы ла бик тиҙ булды” - тип иҫенә төшөрә “Таҙа”. Яугирҙе блиндажға төшөрәләр. Унда беренсе ярҙам күрһәтәләр. Бер тәүлектән һуң Федорҙы икенсе урынға күсерәләр, унда ул эвакуацияны тағы өс тәүлек көтә. “Снарядтар тауышынан баш әйләнгәндә, һауанан күҙҙе ситкә алып булмай, әгәр йәшәргә теләһәң, хатта эвакуация төркөмөнөң килеүе лә тулыһынса тыныслыҡ килтермәй һәм бер ниндәй ҙә гарантия бирмәй”, – ти ул. Госпиталгә тиклем юл ауыр һәм хәүефле була, уларға дрондар осоп йөрөмәгән болотло һауа торошо ярҙам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяҡты ҡотҡарып булмай.
Дауаханалар һәм оҙайлы дауаланыу осоро башлана, ул әле лә дауам итә. Был хәлгә ҡарамаҫтан, ир бер ҡасан да ҡабул ителгән ҡарарына үкенмәй.
- Яуҙаштарым менән артабан алға бара алмауыма һәм ярҙам итә алмауыма, файҙалы нәмәләр эшләргә өлгөрмәүемә үкенәм, – тип уртаҡлаша яугир. Йәшәү тәмен, йәмен аңлаған Федорҙың хәҙер йәмғиәткә файҙалы булырға ынтылышы көслө. Ул сыҙамлыҡ, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәү һәм бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ысын күңелдән йәшәү теләген һаҡлап ҡалыу өлгөһө булып тора. Тәү сиратта ул һаулығын нығытыу менән шөғөлләнә. Артабан ул эшкә урынлашырға һәм водитель таныҡлығы мәсьәләһен хәл итергә ниәтләй, сөнки шәхси автотранспортта йөрөү көнкүреш тормошон күпкә еңеләйтәсәген аңлай. Ветеран тылдағы тыныс тормошта ла йәмғиәткә файҙалы булырға тырыша. “Ветерандар Советы менән хеҙмәттәшлек итергә һәм яугирҙәргә ярҙам итергә, ҡайтҡандарға һәм гражданлыҡ тормошона күнегеп етмәгәндәргә ярҙам итергә, үҙ–үҙенә бикләнгәндәргә ярҙам итергә теләр инем, - ти ир. Әйткәндәй, Күмертауға ул мөхәббәте артынан килгән һәм яугир ошонда төпләнергә ниәт иткән. Сөнки бында ул үҙен аңлаған яңы иптәштәрен дә тапҡан. Күмертауға күсенгәс, ҡала ветерандар Советы рәйесе Муаед Мәмбәтов менән танышҡан.
“Ветерандарҙың кәңәшенә бик рәхмәтлемен: бында, Күмертауҙа, яугирҙәргә ҙур иғтибар бүленә һәм бер мәсьәлә лә хәл ителмәй ҡалмай. Уларға ҙур рәхмәт!" - ти ир.
Махсус хәрби операция зонаһында бер йыл хеҙмәт итеү өсөн яугир 3 920 000 аласаҡ. Шулай уҡ хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә. Бынан тыш, 10 миллион һумға тиклемге кредиттар буйынса ваҡыты үткән бурыстар иҫәптән сығарыла. Тулыраҡ мәғлүмәтте 8987-140-43-12 телефоны буйынса алырға мөмкин.