

Ошо көндәрҙә Кушнаренко районында өлкән лейтенант Илвир Ғәлләмовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү хөрмәтенә тантаналы сара үтте. Танк взводы командиры махсус хәрби операция башланғас та һәләк була. Шулай уҡ офицерҙың тыуған ауылы Ҡалтайҙа Ушу-саньда хәрби спорт төрө буйынса турнир ҙа ойошторолдо.
Ғәлләмовтар Ҡалтай ауылының яңы урамына күсеп барғанда, унда ни бары дүрт кенә ихата була. Был урам яйлап үҫә һәм “Яңы” тип атала башлай. Ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткәс, тап ошо урамға махсус хәрби операция ҡаһарманы Илвир Ғәлләмовтың исеме бирелде.
Армияла хеҙмәт итеү һәм хәрби булыу хыялын тормошҡа ашырырға теләгән егет мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡазанда юғары танк команда училищеһына уҡырға инә һәм 2020 йылда контракт нигеҙендә хәрби хеҙмәт юлын башлай. 2022 йылдың 5 мартында танк взводы командиры ысын ҡаһарманлыҡ күрһәтеп - яуҙаштарының ғүмерен ҡотҡарып вафат була. Үлгәндән һуң “Ҡаһарманлыҡ” һәм “Генерал Шайморатов” ордендары менән бүләкләнә.
Батыр егет уҡыуҙа ғына түгел, спортта ла ҙур уңыштар яулай. Уны бөгөн яҡташтары Өфө ҡалаһы, республика һәм Волга буйы федераль округы чемпионы булараҡ та ғорурланып иҫләй.
Әйткәндәй, Илвир Ғәлләмовтың иҫтәлеге урам исемендә генә мәңгеләштерелмәгән. 2023 йылда уның хөрмәтенә бюст асылған.
Фото: Кушнарен район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!