Геройҙар дәүере
2 Февраль , 09:30

Еңеү менән ҡайтығыҙ!

"Бим"дың үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауын бүтәндәргә өлгө итеп ҡуялар. 

Еңеү менән ҡайтығыҙ!Еңеү менән ҡайтығыҙ!
Еңеү менән ҡайтығыҙ!

Махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттар менән осрашыу һәр ваҡыт юғары кимәлдә, ҡыҙыҡлы уҙа. Шундай осрашыуҙарҙың береһендә "Бим" позывнойлы батыр яҡташыбыҙҙы осраттыҡ. Яугирҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостандың ил һаҡсылары һәр яҡлап та уңыштары һәм еңеүҙәре менән шатландыра. Командирҙар уларҙың намыҫ менән хеҙмәт менән итеүен, бурыстарына яуаплы ҡарауын йыш ҡына бүтәндәргә өлгө итеп ҡуя.

– Минең менән бергә урыҫы ла, татары ла, сыуашы ла, марийы ла дошманға ҡаршы һуғыша, ниндәй генә милләт юҡ, – тип дауам итә һүҙен ефрейтор. – Һуғыштың тәүге көндәренән үк бер туғанға әйләнеп бөттөк. Разведкаға бергә сығабыҙ, бер-беребеҙгә ышанабыҙ, таянабыҙ. 

Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова билдәләүенсә, ул ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Дмитрий Горбуновты эш кабинетында ҡабул иткән. Ватан һаҡсыһы менән төрлө йүнәлештә һөйләшеүҙәр алып барған.

– Дмитрий Федорович кеүек ҡыйыу яугирҙәр булғанда, беҙҙең илебеҙ сиктәре һәм киләсәгебеҙ ышаныслы, – тине Лилиә Рәмил ҡыҙы. – Барыһы ла иҫән-һау һәм Еңеү менән тыуған яҡтарына ҡайтһын!

Фото: Лариса Мырҙакамалова.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас