Бөгөн мобилизация буйынса хеҙмәт иткән туғыҙ тиҫтәнән ашыу яугир ялдан һуң хеҙмәт иткән частарына юлланды.
– Хәрбиҙәребеҙҙе оҙаттыҡ. Егеттәр үҙҙәре хеҙмәт иткән хәрби частарға юлланды. Бөтәһе лә билдәләнгән ваҡытҡа килде. Кәйефтәре яҡшы. Уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеп, ЮХХДИ һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре оҙатып барасаҡ, – тип белдерҙе Өфө ҡалаһының Октябрь һәм Совет райондары буйынса хәрби комиссары Вадим Виноградов.
“Жилетка” позывнойлы яугир ефрейтор булып хеҙмәт итә икән.
– Хәрби етәкселек ҡуйған барлыҡ бурыстарҙы үтәйбеҙ. Өс йыл инде яуҙа. Ундағы шарттарға өйрәнеп бөттөк.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыштар һәр саҡ булған, бар һәм буласаҡ – барлыҡ донъялағы хәл ошоға ҡоролған. Һуғышһыҙ тыныслыҡты урынлаштырып булмай. Еңеү менән ҡайтырбыҙ, – тине яугир.
Ватан һаҡсыларын яҡындары, туғандары оҙатып ҡалды.
– Беҙ – Өфөнән. Улыбыҙ ӨДНТУ-ны тамамланы, әле мобилизация буйынса хеҙмәт итә. Алты тапҡыр ялға ҡайтты. Бер ялында диспансеризация үтте, икенсеһендә шифаханаға барҙы. Был ялы ваҡытында улыбыҙға 35 йәш тулды, тыуған көнөн үткәрҙек. Иҫән-һау ҡайтһындар, һуғыш тиҙерәк бөтһөн – бар теләк шул, – тине уның әсәһе Гөлгөнә Сабирйәнова.
Шишмә районынан Шамил Ғайсин да улын оҙатырға килгән.
– Ғаиләбеҙҙә өс бала. Икеһе – студент, өлкән улым Марсель мобилизация буйынса хеҙмәт итә. Әле ул дүртенсе тапҡыр ялға ҡайтты. Ғаиләһе бар, Өфөлә торалар. Хәрби хеҙмәткә тиклем төҙөлөштә эшләне. Егеттәрҙең иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ, – тине атай тулҡынланып.
Яугирҙәр республика тәьмин иткән уңайлы автобустарҙа хәрби частарына юлланды. Хәйерле юл теләйбеҙ!
Айрат Нурмөхмәтов фотоһы.