

Күмертау ҡалаһында адвокат булып уңышлы эшләп йөрөгән Азамат Үтәгәнов 2023 йылдың сентябрендә үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә барырға ҡарар иткән. Ир-ат ғаиләһенә, иленә Ватанына тоғро булырға тейеш, тип үҫтерә уны атаһы. “Таныштарым, дуҫтарым яу ҡырында булғанда, мин нисек өйҙә ятайым, илгә килгән ауырлыҡты бергә күтәрергә кәрәк”, - тип башланы яугир-ветеран һүҙен.
Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында белем алған. Әрмелә ракета ғәскәрендә хеҙмәт итеүе уның характерын сыныҡтырған, дисциплина, яуаплылыҡ, ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек сифатын булдырған. Янғын һүндереүсе булырға теләгән егетте һаулығына бәйле комиссия эшкә ризалыҡ бирмәй. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында - тәфтишсе, регистрация палатаһында әйҙәүсе белгес булып, һуңғараҡ Рәсәй банкында юрист, ревизор булараҡ ул һөнәри тәжрибә туплай. Ә 2011 йылдан “Юстас” адвокат контораһында адвокат булып эшләй. Һаулыҡҡа зарланмаған ир яҙҙан МХО-ға барыу тураһында уйлана, 2023 йылдың сентябрендә контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә барырға ҡарар итә. Ата-әсәһе, туғандары белмәй ҙә ҡала, ә ҡатынын юлға сыҡҡас ҡына факт алдына ҡуя.
Миңлеғәли Шайморатов батальонына эләккән яугир Донецк Халыҡ республикаһында штурмлаусылар батальонында алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. “Өҫтә бронежилет, башта каска, ҡулда - автомат. Беҙ булған ерҙә танктар үтә алмай, сөнки бар ер миналанған, бер туҡтауһыҙ бомбалар яуа: дошман кассета тигәнен дә, химик ҡоралын да ҡуллана, баш осонан дрондар оса. Камикадзе тигәненең ҡайҙан осоп килеп сыҡҡанын да күрмәй ҡалаһың: сәғәтенә 150-180 километр тиҙлек менән осоп, техникаға, блиндаждарға һөжүм итә. Башты ла күтәреп булмай. Һуғыштың нимә икәнен шунда ғына аңланым. Әммә рухым киреһенсә, нығыны ғына”, - ти ветеран-яугир.
Алғы һыҙыҡта 14 яугиргә икенсе бригада килгәнсе күпмелер ваҡыт дошманды үткәрмәҫкә тигән задание бирелә. Өс көн һыуһыҙ, биш көн ризыҡһыҙ түҙҙек, ти ул. Һыуыҡ, дымлы окоптарҙа улар бер аҙна буйы көн-төн алғы позицияны тота. Яугир хатта яраланғанын да башта һиҙмәй. “Дөрөҫөн әйткәндә, яуға тиклем ни Аллаға, ни муллаға ышанмаған кеше инем. Иҫәр кеше генә унда ҡурҡыу тойғоһо кисермәйҙер. Ныҡ ауыр саҡтарҙа, был донъяла йәшәр көнөм бөтә икән, тиҙ үлем бир, тип Хоҙайҙан һорай торғайным. Һәр кемдең тәҡдире алдан яҙылып ҡуя, тиҙәр. Батып үлә торған кеше атылып үлмәй бит инде. Яуҙан тере сыҡҡас, тимәк, йәшәйәсәкбеҙ”, – ти ул.
Беренсе яуҙа - Бахмут районында Ключеевка яғында позицияны һаҡлағанда күрһәткән батырлығы өсөн ул Шайморатов ордены менән наградлана.
Шул уҡ йылдың декабрендә үпкәһенә һыуыҡ тейҙереп госпиталгә эләгә, һуңғараҡ аяғын туңдырып дауаханала ятып сыға.” Өсөнсө тапҡыр аяҡты ныҡлап туңдырҙым. Ундағы дымлылыҡ юғары, батҡаҡ итекте убып алырлыҡ. Көндөҙ йылы булып торһа ла, төнөн һауа температураһы төшә. Окопта ятып йоҡлайһың, артыҡ хәрәкәт, ҡан әйләнеше юҡ. Кешенең кәүҙәһе һауа температураһы плюс 1-ҙән 10 градус һалҡынлыҡта туңырға мөмкин”, - ти аяҡһыҙ ҡалған Азамат Зариф улы. Демобилизацияланған ветеранға “Ватанды һаҡлаусылар” фондының урындағы филиалы социаль координаторҙары протез, электр коляскаһы юллап биргәндәр.
Әңгәмәләшкән арала яугирҙең ауырлыҡтар-һынауҙар һындырмаған күңелен, күҙҙәрендә йылмайыуҙы күреп, һоҡланыуымды йәшермәнем. Ҡаһарманың янында – яуҙан көтөп алған ҡатыны Ольга Ивановна - ныҡлы терәге, уны аңлап торған ышаныслы дуҫына әйләнгән. Арыҫлан, Әҙилә исемле балалары ла атаһының ҡаһарманлығы менән ғорурлана.
Ветеран дүрт стенаға бикләнеп ҡалмаған, “Юстас” адвокат контораһы хеҙмәттәштәре лә хәлен белә, ҡалала үткән төрлө осрашыуҙарға саҡыралар. Ғаиләһе менән Күгәрсен районы Ҡалдар ауылында йәшәгән ата-әсәһенең янына ҡайтып хәлдәрен белешә, Ишембай районы Маҡар ауылына ҡайтып олатаһының ҡәберлегенә барып зыярат ҡыла, уның батырлығы алдында баш эйә.