Геройҙар дәүере
3 Февраль , 06:00

Түбәнге Ташбүкәндән ике яугир хеҙмәт итә

Түбәнге Ташбүкәндәр махсус хәрби операциялағы яугирҙәренә даими ярҙам итә

Түбәнге Ташбүкәндән ике яугир хеҙмәт итәТүбәнге Ташбүкәндән ике яугир хеҙмәт итә
Түбәнге Ташбүкәндән ике яугир хеҙмәт итә

Ғафури районының Ташбүкән ауыл биләмәһенә Түбәнге Ташбүкән, Үрге Ташбүкән һәм Ҡурғашлы ауылдары ҡарай. Ауыл биләмәһенә Илдар Моғаттар улы Ҡотов етәкселек итә. Түбәнге Ташбүкән ауылы “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабында еңеү яуланы һәм республика кимәленә сыҡты.

Шуныһы үҙенсәлекле: Түбәнге Ташбүкән ауылы хакимиәтенә ҡараған Ҡурғашлы мәктәбендә хаҡлы ялдағы осоусы Салауат Мөхәмәтйәнов тарафынан “Салауат – АВИА” аэроклубы асылды. Ул Ғафури районы ДОСААФ-ының бүлексәһе. Бының өсөн өс бүлмә файҙаланыуға тапшырылған. Йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү, төрлө осоу аппараттары, шул иҫәптән дрондар менән таныштырыу эше яйға һалынған. Аэроклуб ике мотодельтаплан, ике урынлы самолет менән тулыланған. Үрге Ташбүкән ауылы эргәһендә 400 метр оҙонлоғондағы осоу һыҙаты барлыҡҡа килгән, ангар төҙөлгән, осоуҙарҙы ойоштороу, туристарҙы йәлеп итеү өсөн туризм базаһы булдырыу менән шөғөлләнәләр.

Түбәнге Ташбүкәндәр махсус хәрби операциялағы яугирҙәренә даими ярҙам итә.  Махсус хәрби операцияла бөгөн ике кеше хеҙмәт итә: Ғәлим Ҡадир улы Ҡот Мөхәмәт һәм Айҙар Булат улы Ғилманов. Күптән түгел ауылда “Хәҙрәт” позывнойлы яугир менән осрашыу булды. Ул урындағы дини ойошма етәксеһе булған һәм 2023 йылдан хәрби контракт буйынса 31-се мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Ғәлим ағайға 60 йәш тулып уҙған, әммә ул Тыуған илебеҙгә лайыҡлы хеҙмәт итә. Яуҙағы ҡаһарманлығы өсөн Шайморатов миҙалы менән наградланған.

Ауыл халҡы яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә бик әүҙем. Түбәнге Ташбүкән ауылы клубында маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса даими эш алып бара, был эшкә тәүләп ҡатнашҡан ирекмәндәр өсөн Әлиә Зөбәйҙуллина оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Фото: Ғафури районы хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас