Геройҙар дәүере
4 Февраль , 06:00

Әбйәлидән МХО ветераны адаптив кейем алған

"Бындай кейем үҙеңде үҙаллы тойорға, һәр саҡ яҡындарыңдың ярҙамына буйһонмаҫҡа мөмкинлек бирә”, – ти махсус хәрби операция ветераны Данил Хужин.

Әбйәлидән МХО ветераны адаптив кейем алғанӘбйәлидән МХО ветераны адаптив кейем алған
Әбйәлидән МХО ветераны адаптив кейем алған

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды инвалидтарға кәрәкле реабилитация саралары биреп, махсус хәрби операция ветерандарына ярҙамды киңәйтеүен дауам итә. Яңылыҡтар иҫәбендә - адаптив кейем, ул 2025 йылдың апрелендә фондтың попечителдәр советы ҡарары буйынса ярҙам программаһына индерелгән.

Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлыҡ, көндәлек тормошта ышаныслы булыуҙы тәьмин итеү кейемдең төп маҡсаты булып тора. Махсус әҙерләнгән моделдәр һәр ветерандың индивидуаль үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, көндәлек бурыстарҙы тиҙ башҡарып сығырға ярҙам итә.

Ассортиментта яугирҙәрҙең төрлө ихтыяжын һәм хәлен иҫәпкә алып эшләнгән 12 төрлө функциональ кейем тәҡдим ителә. Бындай ярҙам адаптацияны күпкә еңеләйтә һәм алыусыларҙың йәшәү сифатын күтәрә.

Ошондай комплектты алыусылар араһында – Әбйәлил районынан Данил Хужин да бар. Уның һәм башҡа ветерандар өсөн был–уңайлы реабилитациялау һәм әүҙем тормошҡа ҡайтыу өсөн ышаныслы аҙым.

“Был көнкүрештә ҙур еңеллек. Бындай кейем үҙеңде үҙаллы тойорға, һәр саҡ яҡындарыңдың ярҙамына буйһонмаҫҡа мөмкинлек бирә”, – ти Данил.

Бындай һәр осраҡ артында фонд хеҙмәткәрҙәренең ентекле эшләүе тора. Ошо көндәрҙә Данилға документтар әҙерләүҙә ярҙам иткән Әбйәлил районынан “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координатор ярҙамсыһы Таңһылыу Мостафина яугир ветерандарға шәхси ярҙам булыуын билдәләй.

“Беҙҙең бурыс – ҡағыҙ тултырыу ғына түгел, ә уның янында булыу, уға нимә кәрәк булыуын аңлау. Беҙ яу геройҙарының бер һорауы ла иғтибарһыҙ ҡалмаһын өсөн тырышабыҙ, уларға бар яҡлап ярҙам итәбеҙ”, – ти Таңһылыу Мостафина.

Яраланып ҡайтҡан яугирҙәр тыныс тормошта үҙҙәрен яҡлауһыҙ һәм һаҡлауһыҙ тойорға тейеш түгел. Уларҙың һәр үтенесе үтәлергә, бар яҡлап хәстәрлек ҡосағында булырға тейеш, ти фондтың социаль координаторҙары.

Сығанаҡ: "Абзелил"

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас