

Махсус хәрби операцияла пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итә белеү өсөн айырыуса ҙур оҫталыҡ кәрәк. Бөгөнгө әңгәмәсем, разведка подразделениеһында пилотһыҙ осоу аппараттары операторы, наводчик булып хеҙмәт иткән махсус хәрби операция ветераны, “Феликс” позывнойлы яугир. Уның менән әңгәмәбеҙ гәзит уҡыусыларға ла фәһемле булыр.
–Үҙегеҙҙең махсус хәрби операциялағы хеҙмәт юлығыҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине? Унда барырға нимә этәрҙе?
– Пилотһыҙ осоу аппараттары операторы булып 2023-2024 йылдарҙа хеҙмәт иттем. Махсус хәрби операцияға юлланыу ҡарарына аңлы рәүештә килдем. Тыуған илебеҙҙең мәнфәғәтен яҡлауҙы үҙемдең бурысым тип иҫәпләйем. Минең файҙам тейгәндә, оҫталығым кәрәк булғанда ситтә ҡала алманым.
Ғаиләм бик борсолһа ла, ҡарарымды аңлап ҡабул итте. Һайлаған юлымды улар ҙа хупланы.
Һуғышта пилотһыҙ осоу аппараттары менән туранан-тура эшләргә тура килде, коммерция квадрокоптерҙарынан алып махсус аппараттарға тиклем. Был разведка ла, утты корректировкалау ҙа, һөҙөмтәләрҙе баһалау ҙа ине.
– Пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениеһында хеҙмәт итеүҙең өҫтөнлөгө, үҙенсәлеге тураһында ла һөйләһәгеҙ ине?
– Пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениеһында хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөге – юғарынан яу яланын күреү мөмкинлеге, подразделениеның күҙе лә, ҡолағы ла булыу. Был эш физик көстән бигерәк, һалҡын иҫәпте, түҙемлекте, техник белемде талап итә. Үҙенсәлеге шунда – һин дошмандың йөҙөн күрмәйһең, ләкин һинең эшең туранан-тура беҙҙең яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлауға йоғонто яһай.
– Был подразделениела хеҙмәт итеү өсөн ниндәй сифаттар кәрәк?
– Иғтибар, баҫылып эшләү, хәлде тиҙ генә анализлау һәм ҡарар ҡабул итә белеү, стресҡа ҡаршы тотороҡлоҡло булыу мөһим. Бер нисә аҙна дауамында операторға ныҡлы уҡытып әҙерләйҙәр, ләкин ысын белгес булыр өсөн яу шарттарында даими тәжрибә, үҙең өҫтөндә эшләү, камиллашыу кәрәк.
– Пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениеһында хеҙмәт итергә теләүселәргә тәжрибәле белгес булараҡ нимәләр әйтер инегеҙ?
– Беренсенән, техниканы үҙләштереү мөһим. Радиоэлектроника, картография нигеҙҙәрен өйрәнегеҙ. Яу шарттарында дрондарҙы төҙөкләй белеү ҙә баһалап бөткөһөҙ оҫталыҡ.
Икенсенән, иғтибар һәм хәтерегеҙҙе үҫтерегеҙ. Экрандағы ваҡ ҡына нәмәнең дә күпте хәл итеүе мөмкин.
Өсөнсөнән, командала эшләргә өйрәнегеҙ, сөнки беҙ разведка, командование һәм артиллерия йәки штурмлаусылар араһындағы төп звено булып торабыҙ.
Дүртенсенән, психологик яҡтан көсөргәнешкә лә әҙер булығыҙ, сөнки яуаплылыҡ бик ҙур.
–Әңгәмәгеҙ өсөн, рәхмәт.
Фото: шәхси архивтан.