

6 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған Айнур Ҡыуамов, Марсель Рамазанов, Руслан Сәфиуллин, ВенерУлданов, Азамат Харисов, Азат Фәрхетдиновтың ғаиләләре менән осрашты.
Төбәк етәксеһе һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә һәм ҡатындарына ысын күңелдән ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм уларға генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы.
– Егеттәр үҙ ғүмерҙәрен Тыуған ил өсөн бирҙе. Уларҙың һәр береһе үҙ бурысын аҙағына тиклем үтәй. Улар – ысын геройҙар, – тине республика Башлығы. – Улдарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙҙең төп бурыс – уларҙы иҫтә тотоу, уларҙың хәтерен мәңгеләштереү, ата-әсәләренә, ҡатындарына һәм балаларына даими хәстәрлек күрһәтеү. Махсус хәрби операция тамамланғас, беҙ мотлаҡ Өфөлә яугирҙәребеҙ хөрмәтенә мемориал ҡуясаҡбыҙ. Бөтә муниципалитеттарҙа ла хәтер аллеялары барлыҡҡа киләсәк. Беләм, бындай эш башланды ла инде.
Һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү – ҡала һәм район башлыҡтарының төп бурысы, тип билдәләне Радий Хәбиров.
– Улар һәр ваҡыт бәйләнештә, көнүҙәк һәм көнкүреш проблемаларын хәл итергә ярҙам итә, – тине Радий Фәрит улы. – Ғаиләләрҙең үҙ ҡайғыһында бикләнмәүе, район сараларына йөрөүе мөһим. Һәләк булған геройҙарыбыҙҙың ата-әсәләре һәм ҡатындары беренсе рәттәрҙә ултырырға тейеш.
“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Салауат районы буйынса социаль координаторы, үҙенең дә ире МХО-ла һәләк булған Миләүшә Сәфиуллина һәр саҡ бындай ғаиләләр менән бәйләнештә тора, уларға кәрәкле социаль һәм психологик ярҙамды ойоштороуҙа булышлыҡ итәм, тип билдәләне.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.