

Ысын геройҙар махсус хәрби операцияла ғына түгел, беҙҙең арала ла күп. Улар – Еңеүгә үҙ өлөшөн индереп, тыуған илдәрен һаҡлап өйҙәренә ҡайтҡан кешеләр. Ауыр йәрәхәттәре булһа ла, тыныс тормошта ла үҙҙәренә урын тапҡан, улай ғына ла түгел, башҡаларға өлгө булып киткән яҡташтарыбыҙ бихисап. Бөгөн шундай ветеран-яугир тураһында һүҙебеҙ.
Ришат Фәүзетдинов – Ҡариҙел районының Шамрат ауылында тыуып үҫкән. Ул махсус операция уты аша үтә, ҡаты яралана, әммә күңелен төшөрмәй. Бөгөн һуғыш яланында ғына түгел, тыныс тормошта ла ысын батырлыҡ өлгөһө күрһәтә.
“Палач” позывнойын алған Ришат – профессиональ хәрби. Хәрбиҙәргә хас булғанса, ул үҙенең һуғыш юлы тураһында һөйләргә яратмай. Шуныһы билдәле – ул разведчик-снайперҙан прапорщикка тиклем юл үтә. Херсон йүнәлешендәге алыштарҙа ҡатнаша, иптәштәрен ҡотҡарғаны һәм күрһәткән батырлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Икенсе тапҡыр ҡаты яраланғандан һәм оҙаҡ ҡына дауалана, реабилитация үтә. Әле ул өсөнсө төркөм инвалиды. Тик һис тә үҙен сирле кеше итеп тоймай, ә гөрләтеп донъя көтә, йәмәғәт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша, хәйриә менән шөғөлләнә.
Әле Ришат Ильяс улы Өфө районының Нуғай ауылында йәшәй. Ҡатыны менән ике ул үҫтерә. Ә күптән түгел Разянь училещеһында БПЛА буйынса уҡый башлаған. Уның менән ҡыҫҡа ғына әңгәмә ҡороп алдыҡ.
– Һин – махсус хәрби операция ветераны. Йәрәхәттәрең дә бар. Тик һине белгән кешеләр һис тә тик ятмайһың, әүҙем эшмәкәрлек алып бараһың тиҙәр. Беҙгә лә һөйлә әле улар тураһында.
– Ҡала янында булһа ла ауылда йәшәгәс эш күп. Тракторым бар, ҡышын уның менән урамдарҙы таҙартам, йәйен юлдары ипкә килтерергә тырышам. Битараф булмаған ауылдаштар менән бергә Советтар Союзы Геройы Василий Утин урамын тәртипкә килтерҙек. Аттар тотам, кешеләрҙе һыбай йөрөргә өйрәтәм. Киләсәктә республика мәнфәғәтендә эшләү өсөн Башҡортостан дәүләт хеҙмәте академияһына уҡырға индем. Шулай уҡ МХО ветерандары ассоциацияһы тормошонда ҡатнашырға тырышам. Йәштәргә патриотик тәрбиә биреүгә өлөшөмдө индерәм. Күптән түгел БПЛА операторына уҡый башланым.
– Ни өсөн БПЛА операторына уҡырға булдың?
– Дөйөм алғанда, яңы белемдәр бер ҡасан да артыҡ түгел. Ә БПЛА операторҙары әле махсус хәрби операцияла ла, тыныс тормошта ла бик кәрәк булған һөнәр төрө тип иҫәпләйем. Минең квадрокоптерҙарым бар, аэротөшөрөү менән ҡыҙыҡһынам. Уларҙы осорор өсөн уҡып сығырға кәрәк.
– Уҡыуы оҡшаймы?
– Әлбиттә. Ҡыҙыҡлы һәм файҙалы һөнәр аласаҡбыҙ бит. Яңы компетенциялар үҫешергә, киңәйергә мөмкинлек бирә.
– Әле белеүебеҙсә МХО биләмәһендә БПЛА ғәскәрҙәре төҙөйҙәр. Һин үҙең алғы һыҙыҡта булған кеше, был һөнәр кәрәк тип уйлайһыңмы?
– Һис шикһеҙ. Унда, алғы һыҙыҡта, БПЛА операторҙары бик кәрәк һәм мөһим роль уйнайҙар. Аяҡ менән йүгереп йөрөгәнгә ҡарағанда дрондар осороп маҡсатҡа өлгәшеү күпкә яҡшыраҡ. Шуға күрә төплө белем алырға, эштең нескәлектәренә төшөнөргә кәрәк.
– Кире МХО биләмәһенә барырға йыйынаһыңмы?
– Мин әле өсөнсө төркөм инвалиды. Хеҙмәтемде тамамланым. Ләкин барыһы ла ваҡытта тора. “Бар, һин унда кәрәк” тиһәләр, һаулығым ҡушһа, әлбиттә кире барасаҡмын. Был юлы яңы һөнәр менән. Тыуған ил яңынан саҡырһа ҡасып ятырға уйламайым.
– БПЛА операторҙарына уҡыған йәки уҡырға теләгән егеттәргә әйтер һүҙең бармы?
– Был һөнәр лента артында бик кәрәк. Һеҙ яугирҙәрҙең күҙҙәре лә, ҡулдары ла. Хәҙер фронтта ҡорал күтәреп йүгереп йөрөмәйҙәр. Әле дрондар һуғышы ваҡыты. Кемдең армияһы технологиялыраҡ, ә операторҙары нығыраҡ әҙер һәм белемлерәк – шулар еңәсәк. Яңы һөнәр алырға теләгәндәр өсөн бик яҡшы мөмкинлек тип иҫәпләйем. Оҙаҡламай һуғыш бөтөр, ә был белем һеҙҙең менән ҡаласаҡ. Тыныс тормошта ла ул бик кәрәк һәм ҡыҙыҡлы. Шулай булғас, егеттәр барығыҙ, уҡығыҙ, яңы һөнәр менән дошманды тар-мар итергә ярҙам итегеҙ.
- Рәхмәт!
Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәренә йыйыу башланды. Был – былтыр Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары буйынса булдырылған ғәскәрҙәрҙең яңы элиталы төрө.
МХО биләмәһендә дрондар ярҙамында ут бурыстарының 80 проценты үтәлә. Хәҙерге ҡораллы конфликттарҙа бындай сараларҙың роле шул тиклем юғары, ғәскәрҙәрҙең уңышлы хәрәкәт итеүе күп осраҡта пилотһыҙ системаларҙы идара итеүҙең һөҙөмтәлелеге менән билдәләнә. Әммә элек дрон операторҙары башҡа хәрби-иҫәп һөнәрҙәре буйынса иҫәпләнгән, хәҙер иһә уларҙың эше рәсми, юғары статус ала. Улар юғары класлы, яҡшы әҙерләнгән, автомат менән түгел, ә джойстик менән оҫта идара итеүсе яугирҙәр буласаҡ. Шуға күрә уларға башҡаларҙан айырылып торған махсус шарттар булдырыла һәм урындар һаны сикләнә. Был ғәскәрҙә хеҙмәт итеү өҫтөнлөктәре тураһында алдағы һандарҙа уҡырһығыҙ. Шулай уҡ БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында тулы мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса алырға була.
Фотолар геройҙың шәхси архивынан.