

Көйөргәҙе районына эш сәфәре барышында Яҡуп ауылында булғаныбыҙҙа ике яугир ул тәрбиәләп үҫтергән оло йөрәкле әсә – Миңзилә Карам ҡыҙы Харисова менән әңгәмәләшергә насип булды. Уның һөйөклө улдары Самат менән Ислам – ил именлеге һағына баҫҡан яугирҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Самат Марат улы Харисов махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған. Ғинуар айында уны тыуған ауылы Яҡупта хөрмәтләп һуңғы юлға оҙаттылар.
Миңзилә Карам ҡыҙы – өс бала әсәһе. 2022 йылдың көҙөндә илдә өлөшләтә мобилизация башланғас, кесе улы Ислам хәрби хеҙмәткә саҡырыу ала. Был ваҡытта егеттең атаһы, йәғни ғаилә башлығы Марат Мырҙағәле улы, ике тапҡыр инсульт кисереп, тәрбиәгә мохтаж хәлдә була.
– Улым, атайың – инвалид, һин беҙҙең күҙ терәп торған кинйәбеҙ. Әйҙә, барып һөйләшеп ҡарайым, бәлки, ҡалдырырҙар, тинем. “Юҡ, әсәй, барып, мине оятҡа ҡалдырып йөрөйһө булма. Мин – хәрби бурыслы кеше. Ҡасандыр хеҙмәт иткәнмен икән, был юлы ла йәшенеп ятып ҡала алмайым”, – тип яуапланы. Ҡустыһының повестка алыуын белеү менән, өлкән улым Самат “Туғанымды бер үҙен ебәрмәйем, барһаҡ, бергә барабыҙ” тип, үҙ теләге менән контракт төҙөнө. Шулай итеп, ҡорбандар салып, бер төптән ике улыбыҙҙы оҙатып ҡалдыҡ. Аталары ауыр хәлдә булғас, уларҙың ҡайҙа юлланыуын әйтмәнек, эшкә баралар, тинек. Мин өйҙә юҡ саҡта иптәшем телевизорҙы ҡабыҙып, илдә ниндәй хәлдәр барыуын белгән һәм, әлбиттә, улдарының да МХО-ға юлланыуын аңлаған. Сирле йөрәге был хәлде кисерә алманы, 2022 йылдың октябрендә мәрхүм булды. Ауыр сағымда күршеләрем, ауылдаштарым ярҙам ҡулы һуҙҙы, уларға ҙур рәхмәт, – ти Миңзилә апай тормошондағы ҡатмарлы мәлдәрҙе иҫкә алып.
Башта ағалы-ҡустылы Харисовтар гел бергә була, әммә сираттағы ҡыҫҡа ваҡытлы отпусктан һуң Саматты махсус заданиеға ебәрәләр. Был хәл 2024 йылдың сентябрь аҙағында була. “Әсәй, оҙаҡ ваҡыт бәйләнешкә сыға алмаҫмын, борсолма”, – ти ул.
– Тәүҙә тиҙҙән берәй сәләм-хат яҙыр йәки шылтыратыр, тип көттөк, әммә ай артынан ай үтте. Беҙҙең борсолоуҙар, хәүефтәр артты. Ҡустыһының хәлен асыҡлау маҡсатында Дилә ҡыҙым Ростов өлкәһенә барып ҡайтты. Бик оҙаҡ билдәһеҙлек, көтөү хәлендә йәшәнек, әммә өмөттәр аҡланманы, – ти әсә күҙ йәштәренә мансылып.
Ә бит күңеленә өмөт осҡоно бирер ым-ишаралар ҙа булған. Мәҫәлән, бер мәл ят номерлы телефон бер нисә тапҡыр шылтыратҡан, әммә Миңзилә апай мутлашыусылар тип уйлап алмаған. Һуңынан был телефонға яңынан шылтыратып ҡарағас, Владислав исемле рус егете булыуын белгән. “Эйе, минең телефондан Самат шылтыратҡайны, тик хәҙер инде беҙҙең юлдар айырылды, уның ҡайҙа булыуын белмәйем”, – тигән ул.
Харисовтар бөтә балаларына ла матур тәрбиә биреп үҫтергән. “Саматым да шул тиклем ипле, һәйбәт холоҡло булды, туғандары өсөн өҙөлөп торҙо. Лилиә киленем менән матур итеп ғаилә ҡороп, Күмертау ҡалаһында йәшәнеләр. Яуҙа һәләк булғандарҙы “улар шәһит үлеме менән китә, тура ожмахҡа эләгә” тиҙәр, Саматымдың да йәне йәннәттәлер”, – ти әсә.
Миңзилә Карам ҡыҙының кесе улы Ислам ағаһын һуңғы юлға оҙатырға тип МХО-нан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып киткән. Нефтекамала йәшәгән өлкән ҡыҙы Дилә әсәһенә бар яҡлап терәк-таяныс булырға, уны яңғыҙ итмәҫкә тырыша. Әйткәндәй, Дилә – дүрт бала әсәһе.
Һөйөклө улын юғалтҡан әсәнең ҡайғыһын бер нимә менән үлсәп тә, бер нисек кәметеп тә булмай. Сабырлыҡ, ныҡлыҡ теләргә генә ҡала. Һуғыш уты тиҙерәк тынһын, донъяла тыныслыҡ урынлашһын, барлыҡ ата-әсәләргә – улдарын, ҡатындарға – ирҙәрен, балаларға аталарын имен-һау килеш ҡаршылап, осрашыу шатлығы кисерергә яҙһын!
Айрат Нурмөхәмәтов һәм ғаилә архивынан алынған фотолар.
Фотоларҙа:
Яугирҙәр үҫтергән оло йөрәкле әсә Миңзилә Харисова.
Ил именлеге өсөн батырҙарса һәләк булған Самат Харисов.