Геройҙар дәүере
10 Февраль , 10:00

Ун бала әсәһе яугирҙәргә ихлас ярҙам итә

"Тормош иптәшем 2023 йылдан алып махсус хәрби операция зонаһында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул хәбәрһеҙ юғалды, тип иҫәпләнә. Бөтә көсөмдө уны эҙләп табыуға йүнәлткәнмен.  Нисек кенә ауыр булмаһын, фронтҡа ярҙам итеүемде дауам итәсәкмен”.

Ун бала әсәһе яугирҙәргә ихлас ярҙам итәУн бала әсәһе яугирҙәргә ихлас ярҙам итә
Ун бала әсәһе яугирҙәргә ихлас ярҙам итә

Благовещен райоының Һынны ауылында йәшәгән Ксения Фәттәхованы күптәр белә. Ул – ун бала әсәһе, әүҙем ирекмән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға эскерһеҙ ярҙам күрһәткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Махсус хәрби операция башланған көндәрҙән алып ул меңдән ашыу окоп шәме, ҡоро душ һәм башҡа кәрәк-яраҡ эшләп яугирҙәргә ебәрҙе.

– Беҙҙең хеҙмәтте күрәләр, баһалайҙар. Башҡортостан Башлығы ла, хәрби частар командованиеһы ла, яугирҙәр үҙҙәре лә. Беҙҙең бурыс – темпты кәметмәү, был мөһим эшкә башҡаларҙы ла йәлеп итеү, – ти Ксения. – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың  “Бөтәһе лә Еңеү өсөн!” девизы аҫтында үткән Мөрәжәғәтнамәһе күңелгә үтеп инерлек булды. Дөйөм эштән ситтә ҡалмаясаҡбыҙ.

Тормош иптәшем 2023 йылдан алып махсус хәрби операция зонаһында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул хәбәрһеҙ юғалды тип иҫәпләнә. Бөтә көсөмдө уны эҙләп табыуға йүнәлткәнмен.  Нисек кенә ауыр булмаһын, фронтҡа ярҙам итеүемде дауам итәсәкмен.

Фото: ғаилә архивынан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас