Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
11 Февраль , 22:30

Бурыс һәм иман хаҡы: "Руся" позывнойлы яугирҙең йөрәк һүҙе

Асҡын районы Асҡын ауылында тыуып үҫкән егет тыныс тормошта механик булып эшләй. Себер тарафтарында ла үҙен һынап ҡарай. Ғаилә ҡора, Радмил, Камил, Карина исемле  өс балаһы тыуа. МХО башланғас  та контракт төҙөп, хәрбиҙәр юлына баҫа. “Атай менән үҫмәнек. Ғаиләләге өс баланы әсәйем яңғыҙы тәрбиәләне.  Уның исеме Йәмилә ине. Һатыусы булып эшләне. Миңә 16 йәш саҡта әсәйҙән дә яҙҙыҡ”, – ти ул. Йыш ҡына: “Беҙ ҙә инде олоғайып барабыҙ”,  – тип ҡабатларға яратһа ла, әле Русланға 42 генә йәш.  “Бында йәштәрҙән ҡалышмайбыҙ, былтыр ГТО нормаларын уңышлы тапшырҙым”, – ти ул. “Руся” беҙҙең һорауҙарға ихлас яуап бирҙе. Башта үҙе хаҡында ентекләберәк һөйләүен һораныҡ.

Бурыс һәм иман хаҡы: "Руся" позывнойлы яугирҙең йөрәк һүҙе
Бурыс һәм иман хаҡы: "Руся" позывнойлы яугирҙең йөрәк һүҙе

Бурыс һәм иман хаҡы: "Руся" позывнойлы яугирҙең йөрәк һүҙе

Асҡын районы Асҡын ауылында тыуып үҫкән егет тыныс тормошта механик булып эшләй. Себер тарафтарында ла үҙен һынап ҡарай. Ғаилә ҡора, Радмил, Камил, Карина исемле  өс балаһы тыуа. МХО башланғас  та контракт төҙөп, хәрбиҙәр юлына баҫа. “Атай менән үҫмәнек. Ғаиләләге өс баланы әсәйем яңғыҙы тәрбиәләне.  Уның исеме Йәмилә ине. Һатыусы булып эшләне. Миңә 16 йәш саҡта әсәйҙән дә яҙҙыҡ”, – ти ул.

Йыш ҡына: “Беҙ ҙә инде олоғайып барабыҙ”,  – тип ҡабатларға яратһа ла, әле Русланға 42 генә йәш.  “Бында йәштәрҙән ҡалышмайбыҙ, былтыр ГТО нормаларын уңышлы тапшырҙым”, – ти ул.

“Руся” беҙҙең һорауҙарға ихлас яуап бирҙе. Башта үҙе хаҡында ентекләберәк һөйләүен һораныҡ.

— Асҡын районының Асҡын ауылында 2-се урта мәктәбен тамамланым, артабан 96-сы һөнәрселек училищеһында һөнәр алдым. Хәрби хеҙмәттә булдым, ә һуңынан Себерҙә эшләнем. Ғаилә ҡорҙом, балаларыбыҙ тыуҙы.

—Махсус хәрби операцияларға ҡушылырға ҡарар итеүегеҙгә нимә сәбәпсе булды?

—Был еңел ҡарар түгел ине, әммә ерлеге булды. Бер туғаным һуғышта ине инде, абзыйым да контракт буйынса хеҙмәт итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул Курск өлкәһендә һәләк булды. Тыныс тормошта механик булып эшләнем, МХО башланғас, мин дә унда булырға тейешмен, тигән ҡарарға килдем. Яҡындарым быны, әлбиттә,  хупламаны. Ҡатыным менән айырылышҡайныҡ.  Шулай итеп, 2024 йылдың мартында контрактҡа  ҡул ҡуйҙым.

—Был төптән уйланылған ҡарар ине инде, аҙаҡ үкенмәнегеҙме?

—Башта хәрби әҙерлек үттек. Хәҙер БМП-3 машинаһында тоҫҡаусы оператор булып хеҙмәт итәм. Ҡарарым өсөн үкенмәйем. Илебеҙҙе һаҡлау – ир-аттың изге бурысы.

—Һеҙҙең өсөн фронттағы ғәҙәти көн нисек башлана?

—Көн дә  яңы бурыстар ҡуйыла: нимәлер алырға, һөжүм итергә, нимәнелер ҡалдырырға — барыһы ла хәрби хәрәкәткә бәйле.

—Беҙҙең хәрби әҙерлек хаҡында нимә әйтә алаһығыҙ?

—Барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған. Ҡорал, техника, аҙыҡ-түлек — барыһы ла тәртиптә.

—Ял иткән ваҡыттарҙа ниндәй уйҙар килә?

—Еңеүгә өмөт. Балаларым, яҡындарым, дуҫтарым хаҡында уйлайым. Иң мөһиме – өйгә иҫән-һау ҡайтып, улар менән осрашыу хаҡында хыялланам.

—Бирешмәй алға барырға нимә ярҙам итә?

—Дуҫлыҡ, иптәштәремдең терәге. Йыш ҡына: “Был һуғыш  ҡасан тамамланыр икән? Ҡасан тыныслыҡ урынлашыр?” – тип уйлайбыҙ. Әлбиттә, яҡты киләсәк, тыныс тормошта ниндәй эштәр менән мәшғүл буласағым хаҡында ла күҙ алдына килтерергә тырышам.

—Иптәштәреңә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ? Ниндәй девизығыҙ бар?

—"Һәр аҙымыңды уйлап баҫ, күҙәт. Аяҡ аҫтыңа, күккә ҡара. Дуҫтарыңа ярҙам ит — әхлаҡи, рухи яҡтан улар һинең ярҙамыңа мохтаж. Ә иң мөһиме — бер ҡасан да яуҙаштарыңды ташлама!"

—Беҙҙең яҡтан гуманитар ярҙам һеҙгә барып етәме?

—Эйе, Асҡын районы хакимиәтенән алдыҡ, уның өсөн бигерәк тә уны ойошторған Эдуард Тимерғәлингә рәхмәт, ул беҙҙең менән бәйләнешкә инеп, нимә кәрәклеге хаҡында белеште һәм шул әйберҙәр менән тәьмин итте.  Уларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәм.

—Өйгә ҡайтыуҙы нисек күҙ алдына килтерһегеҙ, иң тәүҙә нимә эшләр инем тип хыялланаһығыҙ?

—Тәүҙә балаларымды ҡосаҡлар инем. Шунан дуҫтарымды, туғандарымды, бер туған Эльвина һеңлем менән Ильяс ҡустым менән күрешер инем. Ильяс – Асҡында, ә Эльвина һеңлем Вадим кейәү менән Өфөлә йәшәй. Самира исемле ҡыҙҙары бар. Улар менән көн дә тиерлек һөйләшеп торабыҙ. Ҡайтҡас,  мотлаҡ зыяратҡа барырмын, күптән мәрхүм булған әсәйемдең ҡәберенә барып баш эйәр инем тигән теләгем бар.

 – Руслан, ихлас әңгәмәгеҙ  өсөн рәхмәт. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, тиҙерәк өйгә ҡайтыуығыҙҙы теләйем!

Гөлназ ҠОТОЕВА әңгәмәләште.

Бурыс һәм иман хаҡы: "Руся" позывнойлы яугирҙең йөрәк һүҙе
Бурыс һәм иман хаҡы: "Руся" позывнойлы яугирҙең йөрәк һүҙе
Бурыс һәм иман хаҡы: "Руся" позывнойлы яугирҙең йөрәк һүҙе
Автор: Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас