Геройҙар дәүере
11 Февраль , 08:00

“Тыуған илебеҙгә файҙа килтерә алыуыма шатмын!”

Күптән түгел Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән “Кама”ға Рәхмәт хатын тапшырҙы һәм уға ҡумыҙ бүләк итте.

“Тыуған илебеҙгә файҙа килтерә алыуыма шатмын!”“Тыуған илебеҙгә файҙа килтерә алыуыма шатмын!”
“Тыуған илебеҙгә файҙа килтерә алыуыма шатмын!”

Күптән түгел Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән “Кама”ға Рәхмәт хатын тапшырҙы һәм уға ҡумыҙ бүләк итте.  

“Кама” позывнойлы ҡатын Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында тыуып үҫкән. Уның позывнойы фамилияһынан ҡыҫҡартып алынған. Ул урындағы мәктәптә белем алған, кейәүгә сыҡҡан һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Махсус хәрби операция башланғанға тиклем “Кама” Оло Ыҡтамаҡтағы ювелир магазинында эшләгән.

 – Бала саҡтан армила хеҙмәт итергә, хәрби кейем кейергә хыялланғайным. 18 йәшем тулғас, ошо уй-маҡсатымды тормошҡа ашырыу өсөн хәрби комиссариатҡа барҙым, тик мине хеҙмәткә алманылар. Махсус хәрби операция башланғас, был уй-ниәтемә өлгәштем, – тип һөйләне ул.  

Ҡатын башта ирекмәндәр отрядына ҡушыла, артабан, 2024 йылдың аҙағында, Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Хеҙмәткә юлланғанға тиклем Сорғоттағы санитар инструкторҙар әҙерләү курстарын үтә.

“Кама” – медицина отрядында санитар инструктор. Көн һайын ул яугирҙәребеҙгә беренсе медицина ярҙамын күрһәтә. Бынан тыш, ул яңы килгән яугирҙәрҙе әҙерләү менән шөғөлләнә – яу шарттарында медицина нигеҙҙәренә өйрәтә. Был – бик кәрәкле изге ғәмәл, сөнки күп кенә ваҡытта иптәшеңдең дөрөҫ ярҙам күрһәтеүе ғүмерҙе ҡотҡарыуға булышлыҡ итә.

– Тәүге көндәрҙә әхлаҡи йәһәттән бик ауыр ине, әммә үҙемде ҡулға алдым. Отрядыбыҙҙа барыһының да – ҡатын-ҡыҙҙарҙың да, ир-егеттәрҙең дә – вәкәләттәре бер үк. Ғаиләләге кеүек бер-беребеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ. Тыуған илебеҙгә файҙа килтерә алыуыма шатмын, - ти “Кама”.

Фото, сығанаҡ: “Мечетлинская жизнь”.

“Тыуған илебеҙгә файҙа килтерә алыуыма шатмын!”
“Тыуған илебеҙгә файҙа килтерә алыуыма шатмын!”
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас