Геройҙар дәүере
12 Февраль , 07:00

Тәтешлеләр Фәнисте онотмай

Сарала халыҡ һөйөүен яулаған батырҙың әсәһе Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы Хөсәйенова, район хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов, район хакимиәте башлығының  социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Әлфиә Шәйнурова ҡатнашты.

Тәтешлеләр Фәнисте онотмайТәтешлеләр Фәнисте онотмай
Тәтешлеләр Фәнисте онотмай

Яңы Тәтешлелә  махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Фәнис Хөсәйенов иҫтәлегенә “Зарница” хәрби- спорт уйыны үткәрелде, тип хәбәр итә “Татышлинский вестник” гәзите.

Сарала халыҡ һөйөүен яулаған батырҙың әсәһе Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы Хөсәйенова, район хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов, район хакимиәте башлығының  социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Әлфиә Шәйнурова ҡатнашты.

Уйын былтыр капиталь ремонт үткәрелгән  мәктәптә ойошторолдо. Ярыштарҙа 8-се һәм 9-сы класс уҡыусыларынан торған  11 команда ҡатнашты. Уйында ҡатнашыусылар таҫыллыҡ, көс һәм берҙәмлек өлгөһө күрһәтеп, үҙҙәренең нимәгә һәләтле булыуын раҫланы. Улар граната ташлауҙа, пневматик винтовканан атыуҙа, ҡаршылыҡтарҙы еңеүҙә һәм башҡа ярыш төрҙәрендә ҡатнашты.

8-се класс командалары араһында 1-се, 2-се, 3-сө урындарҙы Яңы Тәтешлеләге күп профилле полилингваль мәктәп, М.Бәҙретдинов исемендәге лицей, Иҫке Ҡайпан урта мәктәбе яуланы. 9-сы класс командалары араһында Ғ.Соҡорой исемендәге гимназия, Бәҙрәш урта белем биреү мәктәбе, Иҫке Күрҙем һәм Шулған мәктәптәре еңеүсе булды.

Батыр иҫтәлегенә ойошторолған сараның әһәмиәте ҙур. Тыуып үҫкән ерҙе, Ватанды һаҡлау ата-олатайҙарҙың йолаһы икәнен йәш быуын бәләкәйҙән аңлап, батырҙарының иҫтәлеген һаҡлап, данлап үҫә. Тәтешлеләр үҙҙәренең геройҙарын онотмай.

Фото: “Татышлинский вестник”.

Тәтешлеләр Фәнисте онотмай
Тәтешлеләр Фәнисте онотмай
Тәтешлеләр Фәнисте онотмай
Тәтешлеләр Фәнисте онотмай
Тәтешлеләр Фәнисте онотмай
Тәтешлеләр Фәнисте онотмай
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас