Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
14 Февраль , 18:00

"Беҙ алдан барырға тейешбеҙ, әсәй, тигәйне..."

Яугир Марсель Яманһариндың әсәһе улына бағышланған шиғырҙарын уҡыны, батырҙың рухына аят бағышланды, йылы һүҙҙәр әйтелде.

"Беҙ алдан барырға тейешбеҙ, әсәй, тигәйне..."
"Беҙ алдан барырға тейешбеҙ, әсәй, тигәйне..."

Ошо йомала Өфөләге “Берҙәм Рәсәй” партияһының йәмәғәт штабында махсус хәрби операция яугире Марсель Яманһаринды иҫкә алдыҡ.

МХО батыры Марсель Яманһарин “Юлдаш” радиоһына эфирға сыҡҡан тапшырыу геройҙарының береһе булған. Ошо сәбәпле, радио хеҙмәткәрҙәре уның яҙмышы тураһында тулыһынса хәбәрҙар.

– Шуға күрә йөрәгебеҙ әрней, ныҡ тулҡынланабыҙ. Марселдең ҡаһарманлығы – беҙҙең йөрәктә. Ул – ҡыйыулыҡ, илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Уны онотмайыҡ һәм оноттормайыҡ, - тине хәтер кисәһен асып, алып барыусы, “Юлдаш” радиоһының “Яңылыҡтар” бүлеге етәксеһе Зөһрә Арсаева һәм һүҙҙе батыр ул үҫтергән әсәгә - Венера Ғәбделхәй ҡыҙына бирҙе.

– Марсель бик аҡыллы, талантлы, тәртипле, ышаныслы булды. Мин быны әсәй булараҡ ҡына әйтмәйем, был хаҡта башҡалар ҙа ошондай иҫтәлектәр һаҡлай. Улым бәләкәй сағынан үҙен ысын ир-егет булараҡ хис итеп, ата-әсәһе, яҡындары өсөн оло яуаплылыҡ тойоп, барыбыҙға ла ныҡлы терәк булып үҫте. Махсус хәрби операция башланғас: “Әней, мин доброволец булып барам”, – тине. “Улым, әллә бармайһыңмы?” тип әйтеп ҡарағайным да: “Мин бармай, кем барһын, әней? Беҙ алдан барырға тейешбеҙ. Аллаһ бирһә, Еңеү яулап ҡайтырбыҙ”, – тип яуап бирҙе. Яҙмышы шулай булғандыр улымдың, – тип һөйләне яугирҙең әсәһе. – Бөгөнгө ошо хәтер кисәһен ойошторғандарға рәхмәт. Беҙҙең балаларыбыҙҙың даны һәм иҫтәлеге киләсәк быуындар өсөн үрнәк булыр. Ҙур рәхмәт!

Махсус хәрби операцияла  ғүмере өҙөлгән Марсель Яманһарин Мәләүез ҡалаһында тыуған. 2008-2009 йылдарҙа армия сафында хеҙмәт иткән һәм 2009 йылдың йәйендә тыуған яғына ҡайтҡан. Сибай лицейын ҡыҙыл дипломға тамамлаған, Башҡорт дәүләт университетында белем алған. Марсель Яманһарин 2013 йылдың декабрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктында эшләгән. 2022 йылдың авгусында доброволец булараҡ махсус хәрби операцияға киткән. Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонға алынған. Сержант Яманһарин 34 йәшендә Херсон өлкәһе Яңы Каховка ҡалаһы өсөн барған яуҙа батырҙарса һәләк булған.

Хәтер кисәһендә Марсель Яманһариндың туғандары, дуҫтары, коллегалары ҡатнашты. Һөйөклө әсәһе Венера Ғәбделхәй ҡыҙы ғәзиз улына бағышланған шиғырҙарын уҡыны.

Сарала Башҡортостандың Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы директоры урынбаҫары, махсус хәрби операция ветераны, отставкалағы полиция подполковнигы, Өфө районы советы депутаты Рәжәп Арыҫланов та ҡатнашты.

- Йәш түгелмен, барыһын да күрергә тура килде. Әммә Марсель тураһында тыңлағас, күңел йомшарҙы. Һеҙгә рәхмәт: әней булараҡ, шундай батыр ул үҫтергәнһегеҙ, – тине Рәжәп Миҙхәт улы яугир әсәһенә. – Беҙ хәтергә алабыҙ икән, тимәк, егеттәребеҙ тере. Марселдең улы үҫкәс, ҡәҙерле атаһының портретын күреп, ғорурланыр. Ҡатынына түҙемлек теләйем. Бындай хәтер кисәләрен үткәрергә кәрәк, сөнки йәш быуын вәкилдәре лә илһөйәрҙәр тураһында беләсәк.

“Юлдаш” радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева сарала Марсель Яманһариндың әсәһенә түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтте.

– Һеҙ шул тиклем ғорур әсә булырға тейешһегеҙ, тип уйлайым, сөнки һәр кем ошондай батыр, ҡаһарман ул үҫтерә алмайҙыр, - тине сығышында Миләүшә Ҡасим ҡыҙы. – “Юлдаш” радиоһы махсус хәрби операция башланған көндән алып яугирҙәребеҙгә ярҙамға ҡушылды, сөнки быны бурысыбыҙ тип һанайбыҙ. “Юлдаш” радиоһы – халыҡ радиоһы, халыҡсан радио. Халыҡҡа килгән ҡайғы – ул беҙгә килгән ҡайғы, халыҡ шатлығы – беҙҙең дә шатлыҡ. Шуға күрә ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Социаль селтәрҙә яҙабыҙ, сәк-сәк бешерәбеҙ, туҡмас ҡырҡабыҙ, ғөмүмән, яугирҙәребеҙгә бар яҡлап булышлыҡ ҡылырға ынтылабыҙ. Ошо саралағы ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт, был - уларҙың башланғысы менән барлыҡҡа килгән проект. Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың “Барыһы ла Еңеү өсөн!” тигән һүҙҙәрен беҙҙең коллектив йөрәгенә яҡын итеп алды. Беҙ берҙәм булып, тылда эшләһәк, Еңеү килер. Киләсәктә лә берҙәм булайыҡ, егеттәребеҙҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ.  

Марсель Яманһариндың апаһы, танылған композитор Флёра Шәрипова үҙе ижад иткән йырҙы башҡарҙы. Билдәле диндар, "Йома" тапшырыуы авторы Морат хәҙрәт Лоҡманов батырҙың рухына аяттар бағышланы, Тыуған илебеҙ һағында булған яугирҙәребеҙҙең иҫән-һау ҡайтыуын теләп доға ҡылды. Хәтер кисәһенә килгәндәрҙең барыһы ла – Марселдең ҡатыны, туғандары, хеҙмәттәштәре – уның хаҡында йылы һүҙҙәр әйтте.

- Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә үҙен бары яҡшы яҡтан ғына күрһәткән, ғәзиз әсәһенә изгелекле, яҡындарына ярҙамсыл, ныҡлы терәк-таяныс, һәммәһе менән дә уртаҡ тел таба белгән ихлас кеше ине, - тине һәр кем сығышында.

Бөгөн Марсель Яманһариндың улы Марат үҫә.

- Ирем улының тыуасағы тураһында белмәй һәләк булды. УЗИ балабыҙ буласағын күрһәткән генә ине. Улыбыҙ Марат шул тиклем атаһына оҡшаған, – тип һөйләне батырҙың ҡатыны Роксана һәм иренең кешелеклелек, изге күңеллелек, ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ, яугирлек һыҙаттары тураһында һөйләне. Ғөмүмән, хәтер кисәһенә килгән һәр кем Марсель Яманһарин тураһында йылы һүҙҙәр әйтте. Уның ҡаһарманлығы беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй. Яугирҙе онотмайыҡ, батырлығы тураһында йәш быуынға һөйләйек.

Флёра ШӘРИПОВА, Марсель Яманһариндың апаһы, шағирә:

 – Марсель туғаныбыҙ һәр саҡ үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтте. Уның тырышлығы, башҡаларға үрнәк, кешелекле, кеселекле, ихтирамлы булыуы, ярҙамға килергә әҙер тороуы, уңғанлығы, аҡыллылығы, илһөйәрлеге һоҡландырҙы.

Автор фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ.
"Беҙ алдан барырға тейешбеҙ, әсәй, тигәйне..."
"Беҙ алдан барырға тейешбеҙ, әсәй, тигәйне..."
"Беҙ алдан барырға тейешбеҙ, әсәй, тигәйне..."
"Беҙ алдан барырға тейешбеҙ, әсәй, тигәйне..."
"Беҙ алдан барырға тейешбеҙ, әсәй, тигәйне..."
"Беҙ алдан барырға тейешбеҙ, әсәй, тигәйне..."
"Беҙ алдан барырға тейешбеҙ, әсәй, тигәйне..."
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас