Башҡортостан махсус хәрби операция барышында пилотһыҙ системаларҙы ҡулланыу һәм әҙерләү буйынса лидер төбәктәр рәтенә инә. Был хаҡта махсус хәрби операция ветераны, Ғафури районының ветерандар ассоциацияһы рәйесе Илья Макаров хәбәр итте.
Уның әйтеүенсә, пилотһыҙ осоу аппараттары бөгөн хәрби бурыстарҙың яҡынса 70 процентын үтәй. Өҫтәүенә уларҙы етештереү, ҡулланыу һәм дрондарға ҡаршы һөжүм технологиялары әүҙем үҫешә. 2022 йылда күп сиселештәрҙе ялан шарттарында үҙләштерергә тура килһә, хәҙер аппараттарҙы етештереүҙән эшкә индереүгә тиклем юл аҙ ваҡытты ала. Илья Макаров шулай уҡ дрон технологиялары үҫеше кимәле буйынса Рәсәй системаһының ҡайһы бер аспекттар буйынса сит ил аналогтарынан өҫтөнөрәк икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
МХО ветераны билдәләүенсә, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен булдырыу - хәҙерге көн талабы. Һауа киңлеген контролләү туранан-тура хәрби хәрәкәттәр барған һыҙыҡтағы хәл торошона йоғонто яһай. Яңы ғәскәрҙәр төрөн булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйылыуын ул мөһим аҙым тип иҫәпләй. Илья Макаров Башҡортостанда йәш белгестәрҙе һайлап алыуға һәм әҙерләүгә айырым иғтибар бирелеүен билдәләне. Йәш хәрбиҙәр техниканы тиҙ үҙләштерә, дрондар менән эш итеүҙә йыш ҡына стандарт булмаған ижади ысулдар ҡуллана.
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт хәүефһеҙлек кимәленең юғары булыуы менән билдәләнә. Бөгөн пилотһыҙ осоу аппараттарының алыҫ һәм оҙайлы осошо 70 километрға етә, мәғлүмәттәр практикала иҫбатлана. Башҡортостан операторҙары махсус хәрби операция зонаһында иң яҡшыларҙан һанала, ә әҙерлек кимәле уларға дошман менән алышта өҫтөнлөк алырға ярҙам итә, тип иҫәпләй яугир.
Фото: Ғафури районы хакимиәте.