Геройҙар дәүере
18 Февраль , 07:00

Әбйәлил ҡыҙы Ватаныбыҙҙы һаҡлай

Әбйәлил һылыуы Роза Әҡсән ҡыҙы 2023 йылдың 15 ноябренән яугирлек юлында.

Әбйәлил ҡыҙы  Ватаныбыҙҙы һаҡлайӘбйәлил ҡыҙы  Ватаныбыҙҙы һаҡлай
Әбйәлил ҡыҙы Ватаныбыҙҙы һаҡлай

Махсус хәрби операцияға “Ҡояшҡай” ("Солнце") позывнойлы яугир үҙ теләге менән яҙыла. Әбйәлил һылыуы Роза Әҡсән ҡыҙы 2023 йылдың 15 ноябренән яугирлек юлында. Тәүҙә Донецк ҡалаһындағы бер дауахананың санитар ғәскәренә тәғәйенләнә, унда ҡаты яраланған яугир ғүмерҙәре өсөн көрәшә. Әлеге ваҡытта Роза Әҡсән ҡыҙы Авдеевка янындағы 2-се танк ротаһында санинструктор булып хеҙмәт итә.

"Ҡатын-ҡыҙҙарҙы алғы һыҙыҡҡа ебәрмәйҙәр. Яралыларға ярҙам күрһәтәбеҙ. Унда шәфҡәт туташы булыу ғына етмәй, яугирҙәребеҙгә рухи терәк, психолог булыу ҙа кәрәк. Ә уның өсөн үҙең ебеп төшмәҫкә тейешһең", – ти Роза.

Ул яңыраҡ отпускыла тыуған ауылы Айыуһаҙыла булып китте. “Тыуған ер – һәр ваҡыт көс бирә инде ул”, – ти яугир-ҡатын. Яҡындарынан, атайсалынан айырылыуы рәхәт булмағандыр. Әммә Роза үҙен тегендә кәрәклерәкмен тип иҫәпләй.
Яугир ял ваҡытында Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Зиннәт улы Әминев менән осрашты. Яҡташтары ҡыйыу ҡатынға еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләне. Беҙ ҙә был изге теләктәргә ҡушылабыҙ. Фәрештәләрең һаҡлаһын, маҡсаттарыңа ирешергә яҙһын, “Ҡояшҡай”!

 

Һүрәттә: “Ҡояшҡай” Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Зиннәт улы менән осрашыу ваҡытында.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас