

Әбйәлил районының Айыуһаҙы ауылынан Роза Алтынбаева 2023 йылдың ноябрь айынан махсус хәрби операция биләмәһендә. Сая ханым үҙ теләге менән Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Ҡыйыу ҡатын башта Донецк госпитале медротаһы составында яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡара. Бөгөн Роза Әҡсән ҡыҙы Авдеевка янындағы 2-се танк ротаһында санинструктор. Ҡыйыу йөрәкле яҡташыбыҙға хәрби хеҙмәттән балалары бәхетенә имен-һау, Еңеү менән ҡайтырға насип булһын!
Фото һәм сығанаҡ: "Осҡон" гәзите.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!