Бөгөн республиканың күп мәктәптәрендә шайморатовсылар кластары барлыҡҡа килде. Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатов исемендәге махсус патриотик кластарҙа балалар математика, тарихты, айырыуса 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихын тәрән өйрәнә, хәрби-спорт әҙерлеге (уҡ атыу, строевой әҙерлек) үтә. Улар өсөн махсус форма һәм «Йәш шайморатовсы» билдәләре ҡаралған.
Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатының 6-сы класс шайморатовсылары—районда иң яҡшылары. Быйылғы уҡыу йылында ғына асылыуына ҡарамаҫтан, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтергә лә өлгөргәндәр. Йәш шайморатовсылар район кимәлендә үткәрелгән сафта йөрөү һәм йыр ярышында беренсе урын яулаған.
Тырыш, шуҡ, максатлы һәм спортты яратҡан уҡыусылар менән тәжрибәле тәрбиәсе Дамира Бикҡолова һәм йәш, ижади ҡарашлы класс етәксеһе Гөлиә Муллагилдина етәкселек итә. Куратор Илһам Нурдәүләтов әҙерлек барышында сафта йөрөү ҡағиҙәләрен ентекле өйрәтә. Шайморатовсылар командиры Ғаяз Нурасов барлыҡ командаларҙы аныҡ бирә. Ғөмүмән, барыһы ла әҙерлеккә яуаплы ҡарай, шуға ла еңеүгә өлгәшкән.
Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты директоры Рәфил Ғәлиәкбәров белдереүенсә, белем усағында дүртенсе йыл рәттән эшләп килгән шайморатовсылар класында иң юғары маҡсат—илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү.
—Мәктәп тормошонда һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашып, рухи һәм физик яҡтан үҫкән был йәш быуын—өмөтлө киләсәгебеҙ, буласаҡ Ватан һаҡсылары. Шайморатовсылар класында белем алған уҡыусыларҙың барыһы ла тырыш, эшһөйәр, илһөйәр, уҡыу һәм спорт яғынан алдынғы, улар лицейҙа үткән бөтә сараның уртаһында ҡайнай. Уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа, ижади һәм ғилми конкурстарҙа, хәрби-патриотик, спорт ярыштарында призлы урындар яулаған ҡыҙҙар һәм егеттәр,—ти директор.
Ҡәҙерле дуҫтар, Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатының 6-сы класы – шайморатовсылар өсөн vk.com/app7198399_-10496550... һылтанмаһы буйынса тауыш бирһәгеҙ, байрам айҡанлы комментарийҙарҙа изге теләктәрегеҙҙе юллаһағыҙ ине.
Фотолар: Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты сайтынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!