Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
20 Февраль , 18:45

Был – минең бурысым!

Бүләкләнеүселәр араһында, запастағы медицина хеҙмәте лейтенанты, Рәсәй Оборона министрлығының 416-сы ВГ медицина отрядының хирургия төркөмөнөң өлкән ординаторы Нуршат Нурғарифан улы Гибазов та бар ине.

Был – минең бурысым!
Был – минең бурысым!

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ҙур тантаналы сара үтте. Бында ысын ил һаҡсыларын тәбрикләнеләр. Залда хәрбиҙәр, офицерҙар, ветерандар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың яҡындары, курсанттар һәм һалдаттар йыйылды.

Сара барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хәрбиҙәргә һәм махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән медиктарға республиканың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында, запастағы медицина хеҙмәте лейтенанты, Рәсәй Оборона министрлығының 416-сы ВГ медицина отрядының хирургия төркөмөнөң өлкән ординаторы Нуршат Нурғарифан улы Гибазов та бар ине. Уға был көндө генерал Шайморатов миҙалы тапшырылды.

Өфөләр Нуршат Гибазовты Сипайлово биҫтәһендәге 5-се балалар поликлиникаһының травматология бүлексеһе мөдире һәм ортопед булараҡ белә. Бәләкәстәр һаулығы һағында торған табип махсус хәрби операция башланғас, яңы тәжрибә алырға теләй һәм доброволец булып ЛХР-ға хәрби медицина хеҙмәткәре сифатында яҙыла. Башта ул урындағы халыҡты ҡабул итер тип планлаштырыла, әммә һуңғы мәлдә һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарары менән ул хәрбиҙәр өсөн эш башларға ғына торған госпиталгә эләгә. Был 2022 йылдың сентябре була.

Госпиталдәге эшмәкәрлектән тыш ошо уҡ табиптар бригадаһы башҡорт батальондары урынлашҡан урындарға бара. Аҙаҡ ул Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аша ла бер нисә тапҡыр МХО биләмәһендә, төрлө госпиталдәрҙә, хәрби дауаханаларҙа эшләп ҡайта. Ә 2025 йылда Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. МОСН 1586-ға (Махсус тәғәйенләнештәге медицина отряды) эләгә, унан 416-сы хәрби-ялан госпиталендә хеҙмәт итә. Бында хәрбиҙәр өсөн 650 урынлыҡ күп профилле дауаханала эшләй. Беренсе ярҙам да күрһәтелә, хроник сирлеләрҙе лә дауалайҙар, планлы дауа алыусылар ҙа ошонда.

Был көндәрҙә ул махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтҡан һәм үҙенең тыуған дауаханаһында эшләп тә йөрөй. Күкрәгендә төрлө миҙалдары эленгән табип үҙенә булған ҙур иғтибарҙы яратмай, шулай ҙа эше тураһында бер аҙ һөйләне.

– Минән тормай, саҡырһалар, тағы сығып китәм. Әлегә балалар дауалайым. Махсус хәрби операция башланып торғанда, унда табиптар кәрәк булғанда батырсылыҡ итеп сығып киткәнемә үҙемә рәхмәтлемен. Быны илһөйәр булараҡ та, табип булараҡ та эшләнем. Хәҙер егеттәр менән дуҫлашып, туғанлашып бөттөк. Аралашабыҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Унда бөтөнләй икенсе мөхит. Ике улым үҫә, өлкәне медицина университетында икенсе курста уҡый. Минең юлды һайланы. Балаларымды ла патриот итеп тәрбиәләйем, – тине ул.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас