Геройҙар дәүере
19 Февраль , 23:45

“Шустрый” өйләнде!

Хәрби МХО-ла өс йылдан ашыу ҡатнаша. 

“Шустрый” өйләнде!“Шустрый” өйләнде!
“Шустрый” өйләнде!

Илебеҙ һаҡсылары махсус хәрби операция биләмәһендә бик мөһим һәм яуаплы бурыстар үтәй. Тормош дауам итә: улар ҙа ғаилә ҡора, балалары тыуа, ишәйәләр. Әле ошондай ҡыуаныслы яңылыҡ Саҡмағош районынан килде. Унда “Шустрый” позывнойлы хәрби өйләнгән.

Яугирҙең яҡындары һөйләүенсә, туйҙы егет сираттағы ялына ҡайтҡан ваҡытта үткәргәндәр. Ул райондың Яңыбирҙе ауылынан. "Шустрый" махсус хәрби операцияла өс йылдан ашыу ҡатнаша. Буласаҡ ҡатыны Вилена менән ул тыуған районында ялға ҡайтҡан ваҡытында таныша. Оҙаҡ ваҡыт айырылышыуға һәм хеҙмәт ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, уларҙың мөнәсәбәттәре нығый ғына бара, оло мөхәббәткә әйләнә.

Уҙған йылдың авгусында, яугирҙең сираттағы ялында, йәштәр никах йолаһын үткәрә. Әле иһә, матур ҡыш көнөндә, уларҙың туйы була.

– “Шустрый” - ишле ғаиләлә бишенсе бала. Бәләкәй саҡтан уҡ изге күңелле, эшһөйәр, аралашыусан булды. Бар һалдаттарҙың да өйҙәренә имен-аман ҡайтыуын теләйбеҙ, – ти яҡындары.

Яугир Тыуған илебеҙ һағында ныҡ тора. Алғы һыҙыҡта күрһәткән батырлығы өсөн генерал Шайморатов һәм “МХО-ла ҡатнашыусы” миҙалдарына лайыҡ булған.

Беҙ йәш ғаиләгә мөхәббәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ! Барлыҡ һалдаттар тиҙерәк еңеү менән ҡайтһын.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас