Геройҙар дәүере
20 Февраль , 09:30

Улар бейеүсе лә, уҡсы ла!

“Илһөйәрлек – ҡанымда” конкурсында – "Сибай" 3-сө республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатының 7-се "А" Шайморатов класы.

Улар бейеүсе лә, уҡсы ла!Улар бейеүсе лә, уҡсы ла!
Улар бейеүсе лә, уҡсы ла!

"Сибай" 3-сө республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатында бөтәһе өс Шайморатов класы бар. Шуларҙың 7-се "А" класы "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә үткән конкурста ҡатнаша.

7-се "А" Шайморатов класында 21 бала уҡый. Бик һәләтле, әүҙем, белемле, йыр-бейеүгә маһир улар. Класс менән бергә бейеү, ҡурай, уҡ атыу, төрки, ҡытай теле түңәрәктәренә йөрөйҙәр. Унан тыш, атта йөрөү, бассейн күнекмәләренә лә өлгөрәләр.

5-се кластан алып уҡыу сифаты буйынса алдынғылар рәтендә улар. Мәктәп, ҡала, республика олимпиадаларында ла әүҙем ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшәләр. Спорт яғынан да республика кимәлендә призлы урын алғандары бар. Йәйге, ҡышҡы Шайморатов уйындары буйынса ла йыл һайын призлы урындарҙан ҡалмайҙар.

Шулай уҡ улар мәктәп, ҡала буйлап үткән барлыҡ сараларҙа ла алдынғылар рәтендә.

Шайморатовсылар ата-әсәһе менән берҙәмлектә махсус хәрби операция яугирҙәренә әүҙем ярҙам ойоштора, хаттар яҙа.

Уҡыуға ынтылыштары көслө булған, спорт яратҡан, төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан Шайморатовсыларҙың класс етәксеһе - Рәзилә Кинйәбулатова.

Ҡәҙерле дуҫтар, "Сибай" 3-сө республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатының 7-се "А" Шайморатов класы өсөн vk.com/app7198399_-10496550...  һылтанмаһы буйынса инеп тауыш бирһәгеҙ, байрам айҡанлы комментарийҙарҙа изге теләктәрегеҙҙе юллаһағыҙ ине.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Улар бейеүсе лә, уҡсы ла!
Улар бейеүсе лә, уҡсы ла!
Улар бейеүсе лә, уҡсы ла!
Улар бейеүсе лә, уҡсы ла!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас