

Махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Спутник” позывнойлы яугир бала сағы һәм йәшлеге үткән ергә - Хәйбулла районының Йәнтеш ауылына ғаиләһе менән килгән. Урындағы халыҡты һәм ирекмәндәрҙе йыйған осрашыуҙа уның ата-әсәһе лә булған.
"Яугир ауылдаштарына үҙ хеҙмәте - армиялағы көндәлек тормош, яугирҙәрҙең көнкүреше нисек ойошторолоуы, ҡатмарлы шарттарҙа бер-береңә ярҙам һәм башҡалар хаҡында һөйләне. Ул ауыл халҡы биргән һорауҙарға асыҡтан-асыҡ яуап бирҙе.
“Спутник” айырыуса ҡыйыулыҡ һәм ныҡлыҡ темаһына иғтибар итте. Ул яугирҙәр өсөн тыуған яҡтан килгән хаттарҙың, хатта таныш булмаған кешеләрҙән тиҙерәк еңеү яуланыуын теләгән хәбәрҙәрҙең ни тиклем мөһим булыуын билдәләне, гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт белдерҙе.
Йәнтеш ауылы халҡы “Спутник”тың һәр һүҙен иғтибар менән тыңланы, яугирҙәрҙең батырлығына һоҡланды. Осрашыу сәй табыны янында йылы әңгәмә менән тамамланды. Сара яугирҙәр һәм уларҙың тыуған төйәге араһындағы бәйләнеште тағы ла яҡынайтты", - тиелә Хәйбулла районы хакимиәте сайтында.
Тиҙерәк һуғыш тамамланып, яугирҙәрҙең һәр береһе тыуған яғына, ғаиләһе янына имен-аман әйләнеп ҡайтһын!
Сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!