Геройҙар дәүере
23 Февраль , 12:25

Яҡташыбыҙ – Рәсәй Геройы!

Бөгөн Кремлдә Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары тапшырылды.

Яҡташыбыҙ – Рәсәй Геройы!Яҡташыбыҙ – Рәсәй Геройы!
Яҡташыбыҙ – Рәсәй Геройы!

Әсә күңеле – дала, тиҙәр. Унда ғаиләһе, ғәзиз балалары өсөн сикһеҙ уйланыуҙар, һыҙланыуҙар, уңыш-ҡаҙанышы өсөн ҡыуаныуҙар, шул уҡ ваҡытта киләсәге өсөн  борсолоуҙар – һәммәһе лә урын ала. Салауат районының Башҡорт Илсекәйе ауылынан Зафира Шаһи ҡыҙы менән һөйләшкәндә лә уның йәшәү сығанағы, илһам нуры булған ике улы өсөн берсә һөйөнөс, берсә көйөнөс тойғолары урғылды. Был аңлашыла, 23 февралдә Кремлдә илдең Оборона министрлығы һәм Росгвардия хәрбиҙәренә Рәсәй Федерацияһы дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһында уның улы Вәсил Ямалетдиновҡа “Алтын Йондоҙ” миҙалы тапшырылды.

– Ватанды һаҡлаусылар көнө – һуңғы йылдарҙа айырыуса ғорурлыҡ һәм рәхмәт хисе менән билдәләгән байрам менән ҡотлайым! – тип мөрәжәғәт итте йыйылыусыларға Рәсәй Президенты Владимир Путин. – Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, илебеҙгә, халҡыбыҙға оло һөйөү тойғоһо менән махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгән, сиктәребеҙҙе һаҡлаған һәр кемде ҡотлайым. Рәсәй үҙенең киләсәге, бойондороҡһоҙлоғо һәм ғәҙеллек өсөн көрәшә. Алғы һыҙыҡта – көслө, ҡыйыу, ҡаһарман кешеләр – Ҡораллы Көстәр һалдаттары һәм офицерҙары, Милли гвардия ғәскәрҙәре яугирҙәре, Эске эштәр министрлығы, махсус хеҙмәттәр һәм подразделениелар хеҙмәткәрҙәре. Бөгөн Кремлгә йыйылған кешеләр ҙур тәжрибәгә эйә профессионалдар ғына түгел, улар – махсус хәрби операция башланғандан алып һалдаттары менән яуҙа булған, ҡатмарлы һынауҙарҙы бергә үткән командирҙар. Ныҡлы әхлаҡи принциптары, идеалдары булған кешеләр, Рәсәйҙең илһөйәрҙәре. Юғары дәүләт наградалары һәм тәү сиратта – Рәсәй Геройҙарының "Алтын Йондоҙо" – һеҙҙең ҡаҙаныш билдәһе.

Юғары наградаға – Рәсәй  Геройы исеменә – генерал-лейтенант Арутюн Дарбинян, генерал-майор Евгений Ковылин, полковниктар Вячеслав Веденин һәм Александр Фабричнов, подполковник Инал Гериев, өлкән лейтенанттар Сергей Кәримов һәм Владимир Силенко, лейтенант Михаил Король лайыҡ булды. Рәсәй Президенты ҡулынан “Алтын Йондоҙ” алыусылар араһында Салауат районы егете капитан Вәсил Ямалетдиновтың да булыуы беҙҙең өсөн ҙур мәртәбәгә, оло ҡыуанысҡа әүерелде.

Вәсил Ямалетдинов – Көнсығыш хәрби округының 5-се дөйөм ғәскәр армияһы 60-сы мотоуҡсылар бригадаһы мотоуҡсылар батальонының рота командиры. Уның командалығында Алыҫ Көнсығыш бригадаһының һөжүм итеү ротаһы яугирҙәре, иң тәүгеләрҙән булып ҡаланы штурмлап, Еңеүгә юл ярып, Гуляй-полеға барып инде.

Рәсәй Геройының тамырҙары – Салауат районынан. Атаһы Камил Ямалетдинов – Әлкә ауылынан, әсәһе Зафира – Башҡорт Илсекәйенән.

 – Вәсил улыма Рәсәй Геройы исемен биреү тантанаһын ҡарайбыҙ тип, хатта телевизорға “инеп” китә яҙҙыҡ. Был көндә атлап түгел, осоп йөрөнөм, хәбәргә ышанып бөтә алманым, шул тиклем тулҡынландым һәм борсолдом,  – тип һөйләне Зафира Шаһи ҡыҙы. – “Улың үҙен шул тиклем лайыҡлы тотто. Ҡараштары киң, маҡсатлы һәм тәүәккәл!” – тиҙәр. Вәсил бәләкәйҙән батыр, намыҫлы, маҡсатлы булып үҫте, бигерәк тә спортты яратты. Ҡытаутамаҡта уҡый башлағас, Данил ағаһы уны бокс секцияһына алып барҙы, ошо спорт төрө менән ныҡлап шөғөлләнде.

Вәсил Ямалетдиновҡа – 28 йәш. Ҡатыны Лиана – Салауат районының Башҡорт Илсекәйе ауылынан. Приморье крайындағы хәрби часта ойоштороу-план тәьмин итеү буйынса эш башҡарыусы булып эшләй. Ямалетдиновтарҙың биш йәшлек балаһы бар.

–  Ҡатыным менән икебеҙ ҙә бер ауылдан – Салауат районының Башҡорт Илсекәйенән. Ҡыҙыбыҙҙың исеме – Йәсминә. Әле улар Приморьела, – тине Вәсил Ямалетдинов, үҙенең ваҡыты бик тығыҙ булһа ла, аралашырға ваҡыт табып. Әйткәндәй, яңы ғына  20 февралдә Рәсәй Геройының тыуған көнө булды. Уның ғүмер байрамы һәм тарихи тантана бер ваҡытҡа тура килде. 

– Вәсил улым Ҡытаутамаҡта  һатып алып биргән фатирҙа өсөнсө ҡышты үткәрәм инде. Йәйен – Салауат районында, ҡышын бында булам. Мебель, аш-һыу һәм башҡа бүлмәләргә барлыҡ кәрәк-яраҡты, хатта сәйнүгенә тиклем бөтәһен дә һатып алды балам,  – тип хис-тойғоһон уртаҡлашты ғәзиз әсә. – Имен генә йөрөһөн инде! Вәсилемдең һәр шылтыратҡанын, һәр смс-хәбәрен түҙемһеҙләнеп көтәм. Бәләкәйҙән үҙенә  “Аҡыллым” тип өндәшәм. Шул тиклем аҡыллы, ихтирамлы, иғтибарлы улым. Мәктәптә һәйбәт уҡыны, техникумды уңышлы тамамланы. Әйткәндәй, өлкән улым менән икеһенең йәш араһы – 22 йыл.

Вәсилдең ағаһы Данил – чечен һуғышы ветераны, отставкалағы полиция хеҙмәткәре. Әле уға – 50 йәш. Уның ҡатыны Гүзәл дә Салауат районынан. Татыу ғаиләлә алты бала – Регина, Дим, Денис, Анжелика, Виолетта һәм Карина үҫә. Күп балалы атай – үҙ ғаиләһенең генә түгел, әсәһенең һәм, әлбиттә, ҡустыһының да ныҡлы терәк-таянысы. Ул да ваҡытында ҡустыһын батыр, ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ ир-егет булырға өндәгән.

Вәсил Ямалетдинов – “Ҡатау” (“Катав”) позывнойлы яҡташыбыҙ – 9-сы класҡа тиклем үҙҙәрендәге мәктәптә уҡыған, артабан Ҡытаутамаҡ индустриаль-технология ын белем алған һәм уны 2018 йылда тамамлаған. Бәләкәйҙән спорт, айырыуса бокс менән шөғөлләнгән. “Ҡатау” Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткән, унда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. 2022 йылдан ул – махсус хәрби операция биләмәһендә. Өс тапҡыр яраланып, дауаланғандан , махсус хәрби операция биләмәһенә һәр ваҡыт кире ҡайтҡан.

 – Улым иҫән-һау ғына йөрөһөн. Үҙемдең бер ҡайҙа ла барғым килмәй, аяттарға ғына барғылаштырам. Балам: “Әсәй, әйҙә, “Янғантау” шифаханаһына юллама алам, ял ит”, – ти. “Улым, иҫән-һау ғына, Еңеү менән ҡайт! Ул саҡта хатта Ҡытайға ла юлланырға ризамын”, тим, – тине ике батыр ул үҫтергән әсә.

Беҙ яҡташыбыҙ – Рәсәй Геройы Вәсил Ямалетдинов  менән ғорурланабыҙ! Уның һәм башҡа яугирҙәребеҙҙең тыуған яҡтарына тиҙерәк еңеү яулап, иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ.

Айһылыу НИЗАМОВА.

ФЕКЕР

Лиана ЯМАЛЕТДИНОВА, Рәсәй Геройы Вәсил Ямалетдиновтың ҡатыны:

 –  Иремдең Рәсәй Геройы исеменә лайыҡлы булыуын белгәс, уның өсөн шул тиклем ҡыуандым һәм сикһеҙ ғорурландым, сөнки ул ошо данлы исемгә лайыҡ. Вәсил, ҡыйыулығын, яуаплы һәм ышаныслы булыуын раҫлап, ҡатмарлы хәрби юл үтте. Ҡыҙым менән ифрат ғорурланабыҙ, яратабыҙ һәм тиҙерәк өйгә ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Ҡәйнәмә: “Ошондай матур, батыр ул үҫтергәнегеҙ өсөн өсөн рәхмәт!” – тип йөҙ тапҡыр әйткәнем бар. Ҡыҙым Йәсминә лә балалар баҡсаһында “Атайым – Герой!” тип ғорурланып һөйләй.

 

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас