Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Альбатрос” позывнойлы яугир Октябрьский ҡалаһынан хәрби хеҙмәткә саҡырылған. Әле ул алғы һыҙыҡта, пилотһыҙ осоу аппараттары операторы булараҡ, Запорожье йүнәлешендә хәрби бурыстарҙы үтәй. “Альбатрос” тейешле әҙерлек үткән.
Ул күк йөҙөн разведкалай һәм алғы һыҙыҡтағы подразделениелар эшенә төҙәтмәләр индерә. “Альбатрос”тың әйтеүенсә, фронтта дрондар һөжүмдең теүәллеген арттыра, оборонаны көсәйтә һәм хеҙмәтте хәүефһеҙерәк итә. Пилотһыҙ системалар операторы эше тупланғанлыҡты, иғтибарҙы һәм аныҡ хәрәкәтте талап итә, тип билдәләй яугир.
“Һөҙөмтәне күргәндән һуң – юҡ ителгән техниканы йәки дошмандың тар-мар ителгән ут нөктәһен – был профессияның ни тиклем мөһимлеген яҡшы аңлайһың. Кем технологиялар менән дуҫ һәм яҡшы моторикаға эйә, улар һөнәрҙе тиҙ үҙләштерә”, – ти “Альбатрос”.
Телеграм каналында “Башҡортостан” пилотһыҙ ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт” чат-боты асылды. Виртуаль ярҙамсы Рәсәй Ҡораллы көстәренең Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт тураһындағы көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға ярҙам итәсәк.
Уға тиклем контракт буйынса саҡырыу тураһында баш.бат.рф. сайты яңыртылды. Махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн портал Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренең өҫтөнлөктәре тураһында мәғлүмәт менән тулыландырылды.
Был төп өҫтөнлөктәрҙе ҡарап үтәйек. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә.
Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт срогын тәҡдим итә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби кеше хеҙмәттән китә йәки яңы контракт төҙөй ала.
Яугирҙәргә белгеслектәрҙе һаҡлау гарантиялана. Хәрбиҙе, уның ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән башҡа белгеслеккә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай
Был өлкәләге контрактниктар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡағыла.
Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа уҡырға инә аласаҡ.
Фото: шәхси архивтан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!