Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
26 Февраль , 23:45

Пилотһыҙ система ғәскәрҙәре тураһында уйҙырмалар һәм ысынбарлыҡ

Контракт буйынса пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә йыйыу әүҙем дауам итә. Белеүебеҙсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың айырым указына ярашлы, ошо ғәскәр төрө булдырылды. Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндән һуң, хеҙмәткәрҙәр хәрби әҙерлек, шулай уҡ “пилотһыҙ аппарат операторы” белгеслеге буйынса уҡыу үтә. Беҙ ошо башланғысҡа ҡағылышлы төрлө уйҙырмаларҙы туплап, уларға дөрөҫлөккә тап килгән яуаптар әҙерләнек. 

Пилотһыҙ система ғәскәрҙәре тураһында уйҙырмалар һәм ысынбарлыҡ
Пилотһыҙ система ғәскәрҙәре тураһында уйҙырмалар һәм ысынбарлыҡ

Беренсе уйҙырма: был – Рәсәй армияһы өсөн өр-яңы хеҙмәт төрө.

Ысынбарлыҡ: юҡ, бындай хеҙмәт төрө, йәғни дрондар ярҙамында хәрби бурыстарҙы үтәү быға тиклем дә Рәсәй армияһында, шул иҫәптән махсус хәрби операция барышында киң ҡулланылды. Әммә элек дрон операторҙары башҡа хәрби-иҫәп һөнәрҙәре буйынса иҫәпләнһә, хәҙер иһә уларҙың эше рәсми, өҫтәүенә бер ыңғай юғары статус ала. Бындай ҡарар күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Рәсәй Оборона министрлығының “Красная звезда” баҫмаһы яҙыуынса, “МХО биләмәһендә утҡа тотоу бурыстарының 80 процентҡа тиклеме дрондар ярҙамында үтәлә. Хәҙерге ҡораллы низағтарҙа бындай сараларҙың роле шул тиклем юғары, шуға ғәскәрҙәрҙең уңышы күбеһенсә пилотһыҙ системаларға идара итеү һөҙөмтәлелегенә бәйле”.

Икенсе уйҙырма: был ғәскәрҙә хеҙмәт итеү буйынса контракт башҡа ғәскәрҙәрҙекенән бер яғы менән дә айырылмай.

Ысынбарлыҡ: пилотһыҙ система ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр – юғары класлы, яҡшы әҙерлекле, автомат менән түгел, ә джойстик менән оҫта идара итеүсе яугирҙәр. Шуға күрә улар өсөн айырым шарттар булдырыла һәм унда урындар һаны ла сикләнгән.

Был контрактсыларға башҡа яугирҙәргә тәғәйен кеүек үк түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡаралған, ләкин улар өсөн айырым өҫтөнлөктәр ҙә бар.

  • Хеҙмәт хәүефһеҙерәк, сөнки хәрби бәрелеш һыҙығынан алыҫта үтә.
  • Контракт бер йылдан алып билдәләнгән ваҡытҡа төҙөлә. Ул тамамланғас, хеҙмәттән китергә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин.
  • Контрактта хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеүгә бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки икенсе ғәскәр төрөнә күсерергә ярамағанлығы яҙыла.
  • Студенттар, академик отпуск алып, контракт төҙөй ала. Хеҙмәте тамамланғас, кире бюджет нигеҙендә (урындар булған осраҡта) уҡырға ҡайтырға хоҡуҡлы.
  • Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә. Дошмандың техникаһын, ҡорамалдарын уңышлы юҡ иткән кешеләргә 50 000 – 500 000 һум өҫтәмә түләү ҡаралған.

Өсөнсө уйҙырма:  контракт төҙөү өсөн хәрби хеҙмәт тәжрибәһенең булыуы мотлаҡ.

Ысынбарлыҡ: юҡ, хәрби хеҙмәт тәжрибәһе мотлаҡ түгел. Әммә дәғүәселәргә айырым талаптар билдәләнгән. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре:

  • Рәсәй граждандары булған ир-егеттәр генә контракт төҙөй ала. Яңы подразделениеларҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хәрби-иҫәп белгеслектәре әлегә ҡаралмаған.
  • FPV-дрон операторы булыу өсөн йәш буйынса талап – 18 йәштән 35 йәшкәсә, ә башҡа белгестәр өсөн – 18 – 45 йәш.
  • Физик яҡтан үҫешкән булыу һәм һаулыҡ торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ.
  • Туғыҙ кластан да кәм булмаған белемдең булыуы мотлаҡ.
  • Ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителмәгән булыу шарт. Башҡа төрлө суд ҡарарҙары осрағында ҡарар һәр кемгә ҡарата шәхсән рәүештә ҡабул ителә.
  • “Геймер” йәки радиосамолет/дронға идара итеү, “VR” файҙаланыу тәжрибәләре, аэродинамика һәм дрондың эшләү нигеҙҙәрен аңлау, арауыҡта фекерләү һәм “кадр тойғоһо”, пилотһыҙ һауа судноларына идара итергә өйрәтеү тураһында сертификаттар һәм таныҡлыҡтар булыуы ныҡ хуплана.

Дүртенсе уйҙырма: тәжрибә булмаһа, өйрәнеү бик ауыр.

Ысынбарлыҡ:  Һайлап алыу турын уңышлы үткән һәм контракт төҙөгән бөтә кандидаттар башта махсус уҡыу үҙәктәрендә ике айлыҡ әҙерлек үтә. Уларҙы пилотһыҙ системаларҙы ремонтларға, көйләргә, программаларға, 3D-моделләүгә һәм 3D-баҫмаға, төрлө төрҙәге – һауа, ер, һыу өҫтө һәм һыу аҫты пилотһыҙ аппараттарына идара итергә, шулай уҡ коммерция нигеҙендәге БПЛА менән эшләргә – көйләргә, хеҙмәтләндерергә, ремонт эштәрен башҡарырға өйрәтәсәктәр. Бынан тыш, программала IP-селтәрҙәр төҙөү, радиоэлемтә булдырыу, топографик карталарҙы тикшереү, инженер эшен белеү, хәрби припастар менән эшләү һәм транспорт сараларына идара итеү ҡаралған. Курс тамамланғас, уларға тейешле хәрби-иҫәп белгеслеге бирелеүе тураһында таныҡлыҡ тапшырыласаҡ.

Дрон операторҙарын уҡытҡан белгестәр был ғәмәлдәргә өйрәнеүҙең артыҡ ауыр булмауын билдәләй. “Үҙ тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: курсант ни тиклем йәшерәк булһа, ул пилотһыҙ осоу аппаратын шул тиклем тиҙерәк үҙләштерә. Олораҡ йәштәгеләргә дрондарҙы үҙләштереү ауырыраҡ. Был – кеше психологияһының үҙенсәлеге. Йәштәр яңы мәғлүмәткә тиҙерәк төшөнә”, – ти БПЛА өлкәһе буйынса белгес һәм офицер Андрей Беднарский.

Бишенсе уйҙырма: пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә тәғәйен льготалар МХО яугирҙәренекенә тура килмәй.   

Ысынбарлыҡ: юҡ, был улай түгел. Килешеүгә ҡул ҡуйыусыларҙың барыһына ла 1 400 000 һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған, артабан ай һайын (хәрби дәрәжәгә, вазифаға һәм нисә йыл хеҙмәт итеүгә ҡарап) 220 мең һумдан башланған түләү, тейешле ташламалары менән хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы биреү ҡаралған. Хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәгәне өсөн дрон операторҙары 50 меңдән алып 500 мең һумға тиклем өҫтәмә түләүҙәр ала. 

Бынан тыш, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 50-нән ашыу льгота ғәмәлдә.

БЕЛЕШМӘ

Пилотһыҙ система ғәскәрҙәренә яҙылыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

* Йәшәү урыныңдағы хәрби комиссариатҡа;

* Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө, Революция урамы, 156);

* Шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә ғариза ҡалдырырға мөмкин.

Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет (булһа), никах һәм бала тыуыу тураһында таныҡлыҡтар (булһа), белем хаҡында документтар алығыҙ.

Контракт нигеҙендә хеҙмәт итеү мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия – 122.

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Пилотһыҙ система ғәскәрҙәре тураһында уйҙырмалар һәм ысынбарлыҡ
Пилотһыҙ система ғәскәрҙәре тураһында уйҙырмалар һәм ысынбарлыҡ
Пилотһыҙ система ғәскәрҙәре тураһында уйҙырмалар һәм ысынбарлыҡ
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас