

Илдә махсус хәрби операция башланыу менән һәр кем ҡулынан килгәнсә яугирҙәргә ярҙам итә, гуманитар ылау туплауҙа үҙ өлөшөн индерә. Шулай уҡ яугир ғаиләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай.
Баймаҡ ҡалаһынан Нурмөхәмәт Зәйнетдин улы Ғүмәров, бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙең әсәһенә — Муллаҡай ауылында йәшәүсе Әсмә Сәйетғәле ҡыҙына ярҙам йөҙөнән утын алып килеп бирҙе. Хәҙерге еңел булмаған ваҡытта бындай хәстәрлек һәм иғтибар айырыуса мөһим. Нурмөхәмәт Зәйнетдин улының изге эше оло ихтирамға һәм рәхмәткә лайыҡ!
Махсус хәрби операция тамамланып, ир-егеттәребеҙҙең тиҙерәк имен-һаҡ ҡайтып инеүҙәрен теләйек. Ил һағынан улдарын көткән Әсмә Сәйетғәле ҡыҙы кеүек сабыр әсәйҙәрҙең күңелдәрендә лә тиҙ арала тыныслыҡ тантана итһен!
Сығанаҡ: Баймаҡ район хакимиәте
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!