Геройҙар дәүере
28 Февраль , 22:00

Буҙаттар батырҙарын онотмай

Дүрт геройға парталар асылды.

Буҙаттар батырҙарын онотмайБуҙаттар батырҙарын онотмай
Буҙаттар батырҙарын онотмай

Стәрлебаш районының Буҙат ауылы урта мәктәбендә “Герой парта”ларын асыу тантанаһы үтте. Парталар мәктәпте тамамлаған дүрт кешегә бағышланған. Улар - махсус хәрби операция барышында антҡа тоғро ҡалған һәм хәрби бурысын үтәгән герой яугирҙәр Флүр Рәмил улы Ғәлиуллин, Илшат Илнур улы Ғизетдинов, Илдар Бакир улы Мостафин һәм Марсель Тимерғәли улы Сәҙретдинов.

Хәҙер был парталар уҡыусыларға батырлыҡ ҡылған һәм шәхси өлгө күрһәткән яҡташтары тураһында һөйләй. Сара сиктәрендә шулай уҡ мәктәп уҡыусыларын “Юнармия” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрәкәте сафына алыу тантанаһы үтте. 

Уҡыусылар, яҡташ-геройҙар иҫтәлегенә лайыҡлы булырға вәғәҙә биреп, тантаналы рәүештә ант бирҙе. Илшат Ғизетдиновтың ата-әсәһе улының иҫтәлегенә мәктәпкә спорт ҡорамалы бүләк итте. Хәҙер балалар өлкән иптәштәренең батырлығына тиңләшеп, һаулығын һәм физик көсөн нығыта аласаҡ.

Флүр Ғәлиуллин, Илшат Ғизетдинов, Илдар Мостафин, Марсель Сәҙретдиновтың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың батырлығы хаҡында иҫтәлек уларҙың тыуған мәктәптәре, районы һәм бөтә ил хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ.

Фото: Рөстәм Рахмағолов сәхифәһенән.

Буҙаттар батырҙарын онотмай
Буҙаттар батырҙарын онотмай
Буҙаттар батырҙарын онотмай
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас