

Алғы һыҙыҡта ул “Башкир” позывнойлы сержант, уҡсылар полкында бүлексә командиры, ә өйҙә - ғаиләһен яратҡан ир, тиҙҙән бәхетле атай ҙа булыр.
– Мин һәр саҡ хеҙмәт итергә теләнем, тик армия хеҙмәтенә алманылар. Махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләгем менән киттем. 2023 йылдың ноябренән алып 87-се айырым уҡсылар полкында хеҙмәт итәм. Әле мин – бүлексә командиры. Батальоныбыҙ Красноармейскиҙа тора, уға тиклем Днепропетровск менән сиккә еткәйнек. Тап шунда мин яраландым, – ти яугир.
Хәрби хеҙмәт хаҡында һөйләгәндә, ул алғы һыҙыҡта һәр секунд һайын хәүеф һағалауын билдәләне. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡанда биш тапҡыр яраланған: ике контузия алған һәм өс снаряд ярсығы тейгән. Авдеев сәнәғәт зонаһын азат иткәндәге ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Жуков, “Хәрби отличие өсөн” миҙалдары менән наградланған.
Хәрби хеҙмәт кенә уның тормошон тәшкил итмәй, хәрби бурыстарҙы үтәүҙән тыш, ул тыуған ҡалаһында бәхетле тормош ҡорорға ла өлгөргән.
– Йорттан алыҫ булһам да, мин Регинаның көткәнен, яратҡанын һәм әйләнеп ҡайтыуыма ышаныуын яҡшы тоям. Ул – тоғро тыл, юлдаш һәм ярҙамсым, яугирҙәргә гуманитар ярҙам туплауҙа булыша. Алғы һыҙыҡта яҡын кешеләреңдең булыуы һәм көтөүе ҙур ышаныс, көс бирә. Әсәйем һәр ваҡыттағыса борсола, уйлана. Уның хәстәрлеге һәм һөйөүе минең өсөн ныҡлы таяныс һәм көс-ҡеүәт сығанағы, – ти Марат.
– 54 көн буйы унан бер хәбәр булманы. Тәрән тынлыҡ. Уның “теремен, иҫән-һаумын” тигән һүҙҙәрен ишетеп, ныҡ ҡыуандым. Хәрби ҡатыны булыу бик яуаплы. Мин ирем менән ғорурланам, унда батырлыҡ, намыҫ, ныҡлыҡ сифаттарын күрәм, ул - минең өсөн ысын герой, – ти Регина.– Хәрби ҡатыны булыу өҫтөнлөктәргә эйә статус та, паспорттағы штамп та түгел, барыһынан да элек тоғро һәм лайыҡлы көтә белеү, иреңә ярҙам итеү, ышаныслы тыл булыу мөһим.
Әле Марат Рәхимов операциянан һуң реабилитацияла. Йәштәрҙең ғаилә тарихы дауам итә, уға уңыштар теләйек.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.
Фото: ғаилә архивынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!