“Мәргәнлек менән бергә күҙҙең осҡорлоғо мөһим”

Операторҙың эшмәкәрлегенә  хәрбиҙәрҙең хәүефһеҙлеге һәм ғүмере  бәйләнгән

“Мәргәнлек менән бергә күҙҙең осҡорлоғо мөһим”“Мәргәнлек менән бергә күҙҙең осҡорлоғо мөһим”
“Мәргәнлек менән бергә күҙҙең осҡорлоғо мөһим”

“Карат” позывнойлы яугир пилотһыҙ осоу аппараттары операторы һөнәрен үҙләштергән. Был хеҙмәтте нисек өйрәнеүе һәм йәшәүгә уны нимә дәртләндереүе хаҡында  ул түбәндәгеләрҙе һөйләгән.

Махсус хәрби операция зонаһында бөгөн яҙмыштар хәл ителә. Йыш ҡына алышта төп ҡоралдың мәргәнлек түгеллеге, ә күҙҙәрҙең осҡорлоғо, үткерлеге икәнлеге асыҡлана. “Карат” бөгөн пилотһыҙ осоу аппараттары взводында хәҙмәт итеүе менән ғорурлана.  

 Уның әйтеүенсә, пилотһыҙ осоу аппараттары операторы дронды тойорға, һәр модификацияһының мөмкинлектәрен белергә, уның һауала нимәгә һәләтле булыуын, ниндәй ҡаршылыҡ күрһәтеүен алдан һиҙемләргә тейеш. Сөнки тап операторҙың эшмәкәрлегенә  хәрбиҙәрҙең хәүефһеҙлеге һәм ғүмере  бәйләнгән.

 Шуға күрә Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары әҙерләүгә яуаплы мөнәсәбәт булдырылған. Республика белгестәрҙе өйрәтеүҙән тыш, фронтты техника менән тәьмин итә. “Өфө ҡоштары” – FRV-дрондары алғы һыҙыҡта бик мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашыра.

Телеграм каналында “Башҡортостан” пилотһыҙ ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт” чат-боты асылды. Виртуаль ярҙамсы Рәсәй Ҡораллы көстәренең  Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт тураһындағы көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға ярҙам итәсәк.

Уға тиклем контракт буйынса саҡырыу тураһында  баш.бат.рф. сайты яңыртылды. Махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн портал Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренең өҫтөнлөктәре тураһында  мәғлүмәт менән тулыландырылды.

Был төп  өҫтөнлөктәрҙе ҡарап үтәйек. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә.

Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт срогын тәҡдим итә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби кеше хеҙмәттән китә йәки яңы контракт  төҙөй ала.

 Яугирҙәргә белгеслектәрҙе һаҡлау гарантиялана. Хәрбиҙе, уның  ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән  башҡа белгеслеккә  йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай

Был өлкәләге контрактниктар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡағыла.

Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа уҡырға инә аласаҡ.

Фото: шәхси архивтан.

 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас