Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
4 Март , 22:15

Бер кемде лә иғтибарҙан һәм ярҙамдан ситтә ҡалдырмай

“Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзитенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 Март – айҡанлы конкурста ҡатнашҡан Рәмзиә Юлмөхәмәтова – ғүмерен тыуған ере – Ғафури районы менән бәйләгән замандаштарыбыҙҙың береһе. Тулыраҡ - сайтта:

Бер кемде лә иғтибарҙан һәм ярҙамдан ситтә ҡалдырмай
Бер кемде лә иғтибарҙан һәм ярҙамдан ситтә ҡалдырмай

“Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзитенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 Март – айҡанлы конкурста ҡатнашҡан Рәмзиә Юлмөхәмәтова – ғүмерен тыуған ере – Ғафури районы менән бәйләгән замандаштарыбыҙҙың береһе. Ул оҙаҡ йылдар “Красноусол” шифаханаһында, район мәҙәниәт һарайында эшләне. “Красноусол” шифаханаһында эшмәкәрлеге мәҙәниәт менән бәйле булып, уның тырышлығы менән шифахана хеҙмәткәрҙәренән торған “Шифа” вокал, “Красноусол” бейеү ансамблдәре барлыҡҡа килә, үҙешмәкәрлекте булдырыуға ҙур көс һала. Мәҙәниәттә ойоштороусы булараҡ 20 йылдан ашыу бай тәжрибәгә эйә Рәмзиә Шакирйән ҡыҙы “БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исемен лайыҡлы йөрөтә.

Бөгөн Рәмзиә Шакирйән ҡыҙы – "Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалынын Ғафури бүлексәһе социаль координаторы. Махсус хәрби операция зонаһынан ялға ҡайтҡан һалдаттар менән төрлө осрашыуҙар үткәреү, уларҙы һәм ғаиләләрен борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү, махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре, ата-әсәләре, яҡындары менән дә әленән-әле төрлө осрашыуҙар, шул иҫәптән психологтар, юристар менән әңгәмәләр ойоштороу һәм башҡа бихисап эш – Рәмзиә Шакирйән ҡыҙының иңендә.

Рәмзиә Шакирйән ҡыҙы һәм уның менән бергә эшләгәнсоциаль координатор Рәмзиә Хисаметдинова ярҙамында  “Герой әсәһе һәм ҡатыны”, “Һалдатҡа хат”, “Татлы хат” акциялары ойошторола. Һәләк булған яугирҙар иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса улар уҡыған мәктәптәрҙә мемориаль таҡтаташ ҡуйыла, “Герой партаһы”, уларға арналған стендтар булдырылды. Коллегаһы менән “Ярҙам эргәлә” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләренә ярҙам үҙәге” проекты менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды конкурсында ҡатнашҡандар. Һөҙөмтәлә был проект еңеп сыҡҡан. Ошо проектҡа ярашлы, “Йәшлек” паркында һәләк булған яугирҙәр ғаиләләре менән “Махсус хәрби операция геройҙары иҫтәлегенә аллея”ны булдырғандар.

Батырҙар иҫтәлегенә спорт һәм мәҙәни саралар үткәрелә. Улар яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары, ата-әсәләре менән  төрлө мәҙәни сараларға, концерт-спектаклдәргә йөрөй. Мәҫәлән, һәләк булған яугирҙарҙың балалары менән Өфөлә экскурсияла булып ҡайтҡандар. Балалар 2010 йылда Ванкуверҙа үткән ҡышкы Паралимпия уйындарында дүрт тапҡыр чемпион булған саңғысы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Ирек Зарипов менән осрашҡан, рәхәтләнеп Аква-паркта һыу ингән. Шулай уҡ махсус хәрби операция ветерандарын  тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу маҡсатында уларҙы төрлө сараларға ылыҡтыралар. Тәү сиратта ғаиләләргә консультатив, юридик, психологик һәм педагогик ярҙам күрһәтеү, уларҙың үҙ-үҙҙәренә бикләнеп ултырыуына юл ҡуймайынса дөйөм сараларға, дөйөм эшкә йәлеп итеү күҙ уңында тотола. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла яҡындарын юғалтҡан, йә булмаһа ирен, улын яуға оҙатҡан ғаиләләрҙе бергә туплау, улар араһында бәйләнеште нығытыу, үҙ-ара аралашыу, бер-береһенә ярҙамлашыу мөмкинлеге булдырыу – барыһы ла социаль координаторҙар иңендә. Бынан тыш,  Геройҙарҙың исемен мәңгеләштереү, үҫеп килеүсе йәш быуында һәм йәштәрҙә илһөйәрлек рухы тәрбиәләү эшенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы, уларҙың яҡындарын, һәләк булғандарҙың ғаиләләрен, ата-әсәләрен йәлеп итеү мөһим.

“Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзитенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 Март – айҡанлы конкурста ҡатнашҡан Рәмзиә Юлмөхәмәтова өсөн vk.com/app7198399_-10496550... һылтанмаһы буйынса инеп тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ. Беҙ уны һәм республикабыҙҙағы барлыҡ гүзәл зат вәкилдәрен етеп килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.

Фотолар: Рәмзиә Юлмөхәмәтованың шәхси архивынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Бер кемде лә иғтибарҙан һәм ярҙамдан ситтә ҡалдырмай
Бер кемде лә иғтибарҙан һәм ярҙамдан ситтә ҡалдырмай
Бер кемде лә иғтибарҙан һәм ярҙамдан ситтә ҡалдырмай
Бер кемде лә иғтибарҙан һәм ярҙамдан ситтә ҡалдырмай
Бер кемде лә иғтибарҙан һәм ярҙамдан ситтә ҡалдырмай
Бер кемде лә иғтибарҙан һәм ярҙамдан ситтә ҡалдырмай
Бер кемде лә иғтибарҙан һәм ярҙамдан ситтә ҡалдырмай
Бер кемде лә иғтибарҙан һәм ярҙамдан ситтә ҡалдырмай
Бер кемде лә иғтибарҙан һәм ярҙамдан ситтә ҡалдырмай
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас