5 мартта Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, генерал-лейтенант Дмитрий Овчаров менән осрашты. Көн тәртибендә – МХО ҡатнашыусыларына һәм ветерандарына ярҙам итеү буйынса төбәктең хәрби командование менән үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре. Радий Хәбиров генерал-лейтенантҡа республикаға иғтибары өсөн рәхмәт әйтте һәм, илдең суверенитетын яҡлаған хәрбиҙәргә ярҙам итеү – мөһим дәүләт бурысы, тип билдәләне.
- Башҡортостан илебеҙҙең оборона һәләтен нығытыу буйынса бурыстарҙы үтәүҙә әүҙем ҡатнаша, - тип билдәләне республика Башлығы. - Сәнәғәт предприятиеларыбыҙҙы террорҙан яҡлау йәһәтенән дә ярайһы ҙур эш башҡарабыҙ.
Дмитрий Овчаров хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе бөтә кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеү буйынса Башҡортостан идара итеү командаһының системалы эшен юғары баһаланы һәм килеп тыуған һорауҙарға оператив яуап биргән өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Һеҙ яугирҙәргә, шул иҫәптән “Үҙәк” ғәскәрҙәр төркөмөнә бик күп гумконвойҙар алып килдегеҙ, - тип билдәләне Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. - Батырҙарса һәләк булған хәрбиҙәргә хөрмәт һәм хәтер күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Демобилизацияланған егеттәргә күрһәткән ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт. Айырыуса психологик ярҙам, артабан эшкә урынлаштырыу йәһәтенән. Беләм, һеҙҙең республикала МХО ҡатнашыусыларына һәм ветерандарына үҙ льготаларығыҙ һәм башҡа ярҙам сараларығыҙ бар.
Мәғлүмәт:https://glavarb.ru/ru/news/event/vstrecha-s-vrio-komanduyushchego-voyskami-centralnogo-voennogo-okruga-dmitriem-ovcharovym-87412/
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan.