Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
6 Март , 11:15

Ғафуриҙар яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүен дауам итә

Ғафури районы халҡы гуманитар конвой ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Тулыраҡ - түбәндәге яҙмала.

Ғафуриҙар яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүен дауам итә
Ғафуриҙар яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүен дауам итә

Сираттағы ярҙам Белгород өлкәһенең сик буйы райондарында йәшәүселәргә, Белгородчина сиктәрендә хеҙмәт иткән, илдең тыныслығын һаҡлаған яугирҙәребеҙгә тәғәйенләнгән. Красноусол ауылының “Ышаныслы тыл” ирекмәндәре һәм “Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары” төркөмө ҡатын-ҡыҙҙары тыуған еренең йорт йылыһын Белгород халҡына һәм яҡлаусыларына ебәрәсәк – уларға  өй туҡмасы юлланасаҡ.

Ғафури районының Шайморатов штабы йәнә “Һалдатҡа посылка” акцияһын иғлан итте. Унда махсус хәрби операция биләмәһенә оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлекте – ит һәм балыҡ консерваларын, тиҙ әҙерләнә торған бутҡа, аш, сәтләүек, киптерелгән емеш-еләк, ҡуйыртылған һөт, сәй, ҡәһүә, тоҙ һәм башҡаларҙы һалалар. Бынан тыш, яугиргә беренсе ярҙамды күрһәтеү өсөн кәрәк-яраҡтар, киҙеүгә ҡаршы, һыҙланыуҙы кәметеү өсөн дарыуҙар, ҡан ағыуын туҡтатыу саралары – жгуттар, турникеттар, антисептиктар (хлоргексидин), яраны бәйләү материалдары, янып бешеүҙән майҙар (пантенол) һәм башҡалар туплана.

Посылканы 20 мартҡа тиклем Ғафури районының Красноусол ауылы Карл Маркс урамындағы 12-се йортҡа, Красноусол мәсетенә һәм район китапханаһына китерергә кәрәк.

Сығанаҡ, фотолар: Ғафури районы хакимиәте.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Ғафуриҙар яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүен дауам итә
Ғафуриҙар яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүен дауам итә
Ғафуриҙар яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүен дауам итә
Ғафуриҙар яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүен дауам итә
Ғафуриҙар яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүен дауам итә
Ғафуриҙар яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүен дауам итә
Ғафуриҙар яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүен дауам итә
Ғафуриҙар яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүен дауам итә
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас