Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
6 Март , 11:45

Герой – улым, мин уны тәрбиәләгән әсә генә

Башҡортостан буйынса Һәләк булған Ватанды һаҡлаусылар ғаиләләре йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Алина Серафимова ойошма тураһында һөйләне. 

Герой – улым, мин уны тәрбиәләгән әсә генә
Герой – улым, мин уны тәрбиәләгән әсә генә

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙ бар ил менән бергә ҙур һынауҙар аша үтә. Башҡортостандың аҫыл егеттәре ҡулдарына ҡорал алып илебеҙ һағына баҫты һәм яу яланында көн һайын батырлыҡтар күрһәтә. Ә һәр бер ҡаһарман яугирҙең артында кем тора? Тәү сиратта, уға ғүмер биргән, бар йөрәген һалып тәрбиәләгән әсәһе. Бергә үҫкән, яуаплылыҡ алырға өйрәткән апай-һеңлеһе. Уға ҙур таяныс, йылы усаҡ булдырыусы ҡатыны. Уның киләсәге өсөн көрәшкән ҡыҙы. Бер һүҙ менән әйткәндә – ҡатын-ҡыҙ.

“Торатау” конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Унда Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың әсәһе, Башҡортостан буйынса Һәләк булған Ватанды һаҡлаусылар ғаиләләре йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Алина СЕРАФИМОВА ла ҡатнашты. Ул гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотланы һәм ойошма эшмәкәрлеге тураһынлда һөйләне.  

– Беҙҙең ойошма Рәсәйҙә 2007 йылдан булдырылды, Башҡортостанда 2010 йылдан ғәмәлдә. Унда бөтә төрлө хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып һәләк булған яугирҙәрҙең һәм хоҡуҡ һаҡсыларының ғаилә ағзалары инә. Бурыстарыбыҙ бихисап. Беренсенән, социаль ярҙам күрһәтәбеҙ, хоҡуҡтарын яҡлайбыҙ. Икенсенән, һәләк булған яугирҙәрҙең исемен мәңгеләштереү эшен алып барабыҙ һәм өсөнсөһө, йәштәргә патриотик тәрбиә бирәбеҙ.

Мин былтырҙан был ойошма рәйесе булып һайландым. Хәҙер бында махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләре лә ҡушылды, шуға күрә эш тә артты. Киңәйәбеҙ, райондарҙа бүлексәләр асыла башланы. Ғаиләләр өсөн гранттар отабыҙ, уларҙы спортҡа, мәҙәни тормошҡа йәлеп итәбеҙ. Беҙ ярҙам иткән ғаиләләр йәмәғәт эшмәкәрлегенә әүҙем ҡушыла һәм үҙҙәре лә йәлеп ителеп, башҡа ғаиләләргә ярҙам итә башлай. Яҡынын юғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙар ябылмай, киреһенсә асылалар.

Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бик әүҙем, ойошҡан, һәр эшкә ҡушылырға ғына торалар. Гуманитар ярҙамда ҡатнашҡандар ныҡ күп. Маскировка селтәре үрәләр, тегеү машинкалары алып фронт өсөн кейем тегәләр, шәмдәр ҡоялар. Хатта гуманитар ылау алып барыусылар ҙа бар. Патриотик саралар үткәрәләр, улдарының исемен мәңгеләштереү өсөн спорт саралары үткәрәләр, премия булдыралар. Беҙ бик татыубыҙ, фронтҡа ярҙам итеүҙе дауам итәбеҙ. Минеңсә, МХО-ға ҡағылышы булған кешеләр артабан битараф булып ҡала алмайҙар.

Республика, бөтә дәүләт институттары беҙҙең ойошмаға ныҡ ярҙам итә. Радий Хәбиров иһә күп мәсьәләне шәхсән контролендә тота, ул битараф түгел, һәр саҡ ярҙам итә, – тине ул.

"Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың әсәһе байрам алдынан ниндәй хистәр кисерә?" тигән һорауға ул:

– Улым өсөн ғорурлыҡ тойғоһо, әлбиттә. Герой әсәһе булараҡ, бөтә ергә саҡыралар, сығыш яһайбыҙ. Был минең ҡаҙанышым түгел, Герой – ул улым, мин уның әсәһе генә. Әммә улымдың исеменә тап төшөргөм килмәй һәм ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләйем. Юғалтыу аша үткәс, башҡаларға ла ярҙам иткем килә, – тине ул.

Фото: "Молодежная газета".  

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас