Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
7 Март , 09:10

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү үҙенсәлектәре

Башҡортостанда Пилотһыҙ системалар ғәскәрендә хеҙмәт итеүгә саҡырыу иғлан ителде. Элита ғәскәрҙәренә кемдәр эләгә ала һәм бының өсөн нимәләр талап ителеүе тураһында Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссар Хөрмәт Хәмит улы Хәмитов һөйләне.

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү үҙенсәлектәре
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү үҙенсәлектәре

Башҡортостанда Пилотһыҙ системалар ғәскәрендә хеҙмәт итеүгә саҡырыу иғлан ителде. Элита ғәскәрҙәренә кемдәр эләгә ала һәм бының өсөн нимәләр талап ителеүе тураһында Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссар Хөрмәт Хәмит улы Хәмитов һөйләне.

– Хөрмәт Хәмит улы, «Пилотһыҙ система ғәскәрҙәре» ниндәй подразделение булараҡ билдәле?
– Был яңы элита ғәскәре үткән йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы булдырылды. Был бик кәрәкле аҙым, сөнки бөгөн махсус хәрби операция зонаһында хәрби заданиеларҙың күп өлөшө 80 процентҡа тиклем дрон ҡулланыу менән алып барыла. Уларҙың хәҙерге хәрби хәрәкәттәге әһәмиәте шул тиклем артты, операцияларҙың һөҙөмтәлелеге күп осраҡта пилотһыҙ системалар менән идара итеү сифатына бәйле. Быға тиклем БПЛА операторҙары башҡа подразделениеларға ҡараһа, хәҙер инде был үҙаллы ғәскәр төрө булып ҡала. Унда юғары квалификациялы белгестәр хеҙмәт итәсәк, улар утлы ҡорал менән түгел, ә дрондар менән оҫта ҡулланыусылар. Нәҡ шуға күрә улар өсөн стандарт шарттар ҙа ҡаралған, шул уҡ ваҡытта урындар һаны ла сикләнгән.
– БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү контракты башҡа ғәскәр төрҙәренән нимә менән айырыла?
– Пилотһыҙ ғәскәр системаһында хеҙмәт итергә теләүселәр барлыҡ түләүҙәрҙе һәм социаль гарантияларҙы тулыһынса ала, әммә айырым өҡтөнлөктәр ҙә ҡаралған. Контракт конкрет осорға – бер йылға төҙөлә. Срок тулғас, уны туҡтатырға йәки оҙайтырға мөмкинлек бирелә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, хәрби хеҙмәткәрҙе БПЛА менән бәйле булмаған башҡа төрлө вазифаға йәки башҡа ғәскәр төрөнә күсереү уның рөхсәте менән генә бирелә. Шулай уҡ студенттар контракт төҙөп, академик ял рәсмиләштереп, хеҙмәтте тамамлағандан һуң уҡыуын бушлай дауам итеү мөмкинлегенә эйә. Тағы ла премиялар түләү ҡаралған. Дошманға ҡаршы маҡсаттарҙы уңышлы үткән хәрбиҙәргә 50 000-дән 500 000 һумға тиклем премия түләнә.
– Контрактты кем төҙөй ала?
– FPV-дрон операторҙары булып хеҙмәт итеүгә Рәсәй гражданлығы булған 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Башҡа төрлө ғәскәрҙәргә 18 йәштән 45 йәшкә тиклемгеләр ҡул ҡуя ала. Был подразделениеларҙа ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәте ҡаралмаған. Ә ир-егеттәрҙең хәрби хеҙмәткә сәләмәтлеге буйынса яраҡлы булыуы мотлаҡ. Белеме 9 кластан кәм булмаҫҡа тейеш, эш тәжрибәһе мөһим түгел. Шулай уҡ ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителгәндәр хеҙмәткә алынмай, башҡа төрлө хөкөмдәр тураһындағы ҡарар индивидуаль рәүештә ҡабул ителә. «Геймер тәжрибәһе» йәки радиосамолет-дрон менән идара итеү, аэродинамика һәм дрондың «тотошо» нигеҙҙәрен аңлау, арауыҡты тойоу, осоу аппараттары менән идара итеү буйынса сертификат һәм уҡыу таныҡлыҡтары булыуы хуплана.
– Әгәр бындай тәжрибә булмайынса, тап ошо ғәскәрҙә хеҙмәт итергә теләге ҙур булған егеттәр теләк белдерһә, был кандидаттар алынамы?
– Әлбиттә, һайлап алыу этаптарын уңышлы үтеп, килешеүгә ҡул ҡуйған бөтә дәғүәселәр махсус уҡыу йорттарында ике айлыҡ әҙерлек курстары үтә. Улар ремонт, автоматлаштырылған системаларҙы программалаштырыу курстарын үҙләштерәсәк. Уҡыу осоуһыҙ, ер өҫтөндәге, һыуҙа йөҙөүсе һәм һыу аҫтындағы аппараттар менән идара итеүҙе, шулай уҡ дрондар менән эшләүҙе – уларҙы яңынан программалаштырыу, көйләү, техник яҡтан хеҙмәтләндереү һәм тергеҙеүҙе үҙ эсенә ала. Бынан тыш, программаға IP-селтәрҙәр, радио элемтәһе, карталар, инженерия нигеҙҙәре, хәрби боеприпастар менән эшләү, транспорт менән идара итеү индерелгән. Курсты тамамлағандан һуң уларға тейешле документ тапшырыла.
– Пилотһыҙ системалар ғәскәрендә хеҙмәт итеүселәрҙең ғаилә ағзаларына ниндәй ташламалар ҡаралған?
– Контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр түләнә торған сумма 1400000 һум. Шулай уҡ муниципаль хакимиәттәр яғынан да түләүҙәр ҡаралған. Артабан айлыҡ аҡсалата хеҙмәт хаҡы түләнә, ул 220 мең һумдан башлана (сумма званиеһына, биләгән вазифаһына һәм хеҙмәт стажына бәйле). Хәрбигә хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә, ул тейешле ташламаларға хоҡуҡ бирә. Юғарыла билдәләп үтелгәненсә, БПЛА опаераторҙарына ҡуйылған бурыстарҙы үтәгәне өсөн 50-500 мең һум премия түләнә. Бынан тыш, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн илленән ашыу ташлама бар, улар менән ғаилә ағзалары ла ҡуллана ала. Атап әйткәндә, балаларҙы мәктәптәрҙә бушлай эҫе аш, һөт кухняһынан аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, йәмәғәт транспортында йөрөү, балалар баҡсаларында урындарҙы өҫтөнлөклө биреү, колледждар һәм университеттар янындағы ятаҡтарҙа һәм түләүле уҡыуҙарҙа ташламалар, балалар һауыҡтырыу лагерҙарына юллама алыу, ғаиләләрҙе айырым төр һалымдарҙан азат итеү, кредит каникулдарын рәсмиләштереү мөмкинлеге, торлаҡты тьготалы хаҡҡа алыу, шулай уҡ күргәҙмәләр, концерттар һәм башҡа мәҙәни сараларға бушлай йөрөү кеүек мөмкинлектәр ҡаралған.
– Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
– Тулыраҡ мәғлүмәтте хәрби комиссариатта алырға була: Баймаҡ ҡалаһы, Юбилей урамы, 34-се йорт. Тел.: 8(34751)3-16-11, шулай уҡ Йылайыр районы хакимиәтенә 2-16-52 һандарына шылтыратырға була.
Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, никах һәм балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары, белем тураһындағы документтар булырға тейеш.
Контракт буйынса хеҙмәт мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия – 122.
Әңгәмәне Евгений ГОРДОВ алып барҙы.

Кәримә Усманова фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Карима Усманова
Читайте нас