Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
8 Март , 15:00

Батыр ул үҫтергән әсә

Төркөмөбөҙҙә барған конкурста Әлшәй районы Дим ауылынан Нурия Ғәбделмәнова ҡатнаша. Ул – һәләк булған батыр ягирҙең әсәһе.

Батыр ул үҫтергән әсә
Батыр ул үҫтергән әсә

Нурия Дамир ҡыҙы Ғәбделмәнованы Әлшәй халҡы яҡшы белә. Ул – махсус хәрби оперцияла батырҙарса һәләк булған Айбулат Ғәбделмәновтың һөйөклө әсәһе. Ғәзиз балаһын юғалтыу ҡайғыһын Нурия Дамир ҡыҙы улдары яуҙа булған башҡа әсәләргә рухи терәк булыу арҡылы баҫа. Ғәзиздәре өсөн ут йотҡан әсәләр өсөн уның күңел ишектәре һәр саҡ асыҡ.

Нурия Дамир ҡыҙы менән ғүмер юлдашы Миңнулла Миңлебай улы алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Малайҙарҙың өлкәне Айбулат бала саҡтан хәрби булырға хыяллана. Нурия Дамир ҡыҙының атаһы танкист булып, ә ағаһы һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итә. Ул – әле лә хәрби хеҙмәттә, Мәскәүҙә йәшәй.

Ватан һағындағы яҡындары тураһында белеп үҫкән үҫмер Айбулат үҙен дә илебеҙ мәнфәғәттәренә хеҙмәт иткән егет итеп күрә. 2020 йылда әрмегә китә, ә 2021 йылда хәрби хеҙмәттә ҡалырға контракт төҙөй. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырған балаһы өсөн ата-әсәһе ғорурлыҡ кисерә. Махсус хәрби операция башланғас иһә, улдары өсөн хафаланыу бер минутҡа ла ташламай...

Телефондан һөйләшкән һайын күҙ йәштәренә ирек биргән әсәне улы тынысландыра, “был минең бурысым, әсәй, Тыуған ил алдында ант бирҙем”, ти.

– Йәшермәйем, башта ныҡ ҡурҡтым, ни эшләргә белмәнем. Улымдан контрактты өҙөүен үтендем. “Әсәй, барыһы ла шулайта башлаһа, илебеҙҙе кем һаҡлар?! Мин хәҙер Тыуған илебеҙгә ныҡ кәрәкмен!” – ти батыр йөрәкле яугир.

Улы һәләк булғас, әсәнең көнө төнгә әйләнә. Йәшәү йәмен юғалтып, бөтөнләй төңөлмәҫкә күҙенә ҡарап торған, уның өсөн дә хафаланған ҡыҙҙары, ике улы, ейәндәре көс бирә. Әсә улар хаҡына ныҡ булырға тейешлеген төшөнә. Иңдәренә ишелгән оло ҡайғыны ҙур сабырлыҡ менән күтәргән Миңнулла Миңлебай улы ла ҡатынына ныҡлы терәк була. Шулай итеп, әсә ваҡ киҫәктәргә бүлгеләнгән йөрәге ярсыҡтарын яңынан йыя, яраларын уңалтырға ынтыла...

– Ауыр саҡта тирә-йүндәгеләрҙең аяулы мөнәсәбәте ҙур көскә эйә. Беҙ ҙә яҡташтарыбыҙҙың, район хакимиәтенең, башҡа ойошма вәкилдәренең ярҙамын тойҙоҡ. Шуға ла әйтәм: яугирҙәр ғаиләһен ташламаҫҡа кәрәк, уларҙың янына барып торорға, бөтә сараларға саҡырырға. Был бөгөлөп төшмәү, артабан йәшәргә көс алыу өсөн үтә мөһим, – ти Нурия Дамир ҡыҙы. – Улым тураһында шуны аңланым: махсус хәрби операция башланыуға әрмелә хеҙмәт итмәгән йә хәрби хеҙмәттә ҡалмаған булһа ла, ул өйҙә тормаҫ, барыбер китер ине. Улым шул тиклем илһөйәр, көслө ғәҙеллек тойғоһо йөрөткән бала булды. Хәҙер ҡустыһы Айнур шундай булып үҫеп килә.

Ҡайғыһын еңеләйтеү өсөн, әсә бер көн килеп социаль селтәрҙә яҙыша башлай. Бер нәмәне лә йәшермәй, нимәне нисек тоя, шулай ихлас яҙа ул. Һәм уға башҡалар тартыла башлай. Бөтөнләй ят кешеләр әсәнең йөрәген имләр һүҙҙәр табып йыуата, батыр ул үҫтергәне өсөн рәхмәт әйтә. Әле лә Нурия Дамир ҡыҙы уларҙың ныҡлы иңен тоя.

Ауыр юғалтыуҙан һуң башын күтәрә алған әсә хәҙер үҙе башҡа яугир әсәләренә, ҡатындарына терәк. Уға кем булһа ла яҙа, шылтыратып һөйләшә ала.

– Бер әсәй, “Нурия, улымдың үлеме тураһында хәбәр алғас та, иң беренсе һиңә шылтыраттым. Һинең йыуатыу миңә шул ҡәҙәре мөһим ине”, тине. Бына шулайтып бер-беребеҙгә таяныс булып, күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғыларҙан бөгөлөп төшмәҫкә ярҙам итәбеҙ. Рухты төшөрмәйбеҙ, – ти Нурия Дамир ҡыҙы.

Батыр ул үҫтергән, башҡаларға ныҡлыҡ өлгөһө булған әсәгә һаулыҡ, ғаиләһе, яҡындары именлеген, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйек!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: конкурс бөгөн тамамлана. Ҡаһарман ул үҫтергән әсәгә тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, дуҫтар!

Рәүилә Ғатауллина.

Фотолар – Нурия Ғәбделмәнованың шәхси архивынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Батыр ул үҫтергән әсә
Батыр ул үҫтергән әсә
Батыр ул үҫтергән әсә
Батыр ул үҫтергән әсә
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас