Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
8 Март , 20:45

Белоретта Рәсәй Геройына парта асылды

Хәҙер мәктәптең үҙ хәтер символы бар, ул киләсәк быуындарға ысын геройҙарҙың беҙҙең арала булыуын хәтерләтеп торасаҡ.

Белоретта Рәсәй Геройына парта асылды
Белоретта Рәсәй Геройына парта асылды

Белорет ҡалаһының 8-се мәктәбендә яҡташыбыҙ – Рәсәй Федерацияһы Геройы Владислав Алексеевич Бочаровтың хөрмәтенә Герой партаһы асылды. Уның тормошо - Ватанға тоғро хеҙмәт өлгөһө.

Уның, хәҙерге малайҙар һәм ҡыҙҙар кеүек үк, ошо мәктәп партаһына ултырып уҡығанына әллә ни күп тә ваҡыт үтмәгән. Әммә тап бында, туған мәктәбендә, уның характеры нығына. XI класты алтын миҙалға тамамлауы ла осраҡлы түгел: был уның иҫ киткес маҡсатҡа ынтылышы, уҡыуҙа, ә һуңынан Ватанға хеҙмәт итеүҙә беренсе булырға теләүе тураһында һөйләй.

Ватанды һаҡлаусы һөнәрен һайлап, Владислав легендар Рязань хәрби-һауа көстәре училищеһын отличие менән тамамлай, Балтика флотының диңгеҙ пехотаһында десант туғанлығы традицияларын дауам итә. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән гвардия капитаны Владислав Бочаров, разведка ротаһы менән командалыҡ итеп, фронттың иң яуаплы һәм хәүефле участкаларында була.

– Геройҙың ата-әсәһенә - Юлия Евгеньевна һәм Алексей Николаевичҡа - айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Ысын илһөйәр, Рәсәй Геройын тәрбиәләгәндәре өсөн улар алдында баш эйәбеҙ. Владислав тураһында иҫтәлек район тарихына мәңгелеккә яҙылған, – тине Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов.

Герой партаһына беренсе булып мәктәптең иң яҡшы уҡыусылары ултыра ала, улар быға үҙҙәренең уҡыуы, спорттағы ҡаҙаныштары һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙары менән лайыҡ була.

Башҡа балалар өсөн Владислав Бочаровтың исеме алға ынтылыш өлгөһө булып тора. Улар уға тиңләшергә, тырышып уҡырға һәм Тыуған илен ул яратҡан кеүек ихлас яратырға тейеш. Хәҙер мәктәптә үҙенең хәтер символы бар, ул киләсәк быуындарға ысын геройҙарҙың беҙҙең арала йәшәүен иҫкә төшөрәсәк.

Фото: Азат Хәкимовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Белоретта Рәсәй Геройына парта асылды
Белоретта Рәсәй Геройына парта асылды
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас