Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
8 Март , 13:25

Хәрбиҙәр идара итергә өйрәнә

«Башҡортостан геройҙары» программаһының өсөнсө модуле төбәк һәм муниципаль идара итеү мәсьәләләренә арналды.  

Хәрбиҙәр идара итергә өйрәнә
Хәрбиҙәр идара итергә өйрәнә

24 февралендә хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының өсөнсө модуле старт алыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Был юлы 70-кә яҡын ҡатнашыусы «Патриот» паркында осрашты. Модулдең төп темаһы – биләмәләрҙе үҫтереү, төбәк һәм муниципаль идара итеү мәсьәләләрен өйрәнеү.

Программала ҡатнашыусыларға йөкмәткеле лекциялар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар тәҡдим ителде. Мәҫәлән, РФ Финанс министрлығының Милли тикшеренеү финанс институты эксперты Н.М. Филиппова инициативалы бюджетлау проекттарын тормошҡа ашырыуҙың асылы, норматив тәьмин ителеше тураһында һөйләне.

«БР Финцентр» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының Граждандарҙың башланғыстарын өйрәнеү үҙәге етәксеһе Регина Мөхәмәтйәнова-Дуггал тыңлаусыларҙы Башҡортостанда тормошҡа ашырылған инициативалы бюджетлау моделдәре, уларҙың үҫеш хронологияһы менән таныштырҙы. Лектор Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына, атап әйткәндә, программаның төп параметрҙарына һәм ҡатнашыу алгоритмына айырым иғтибар бирҙе.

- Программала ҡатнашыусылар уҡыуҙан тыш, «Патриот»та йәшәй. Көндөң тәүге яртыһында министрлыҡ вәкилдәре сығыш яһай, төштән һуң Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусылары биш трек буйынса тренингтар һәм интерактив дәрестәр үткәрә, - тип һөйләне «Башҡортостан геройҙары» проектының көндөҙгө модулдәре етәксеһе, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының дәүләт һәм муниципаль идаралығы кафедраһы мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Илшат Рысаев.

Махсус хәрби операция ветерандарын уҡытыу былтыр июлдә башланды һәм ошо йылдың июнендә тамамланасаҡ. Дүрт уҡытыу модуленән тыш, улар стажировка ла үтә, ә остаздары сифатында республика Хөкүмәтендә эшләгән министрҙар, министр урынбаҫарҙары һәм ҡала мэрҙары сығыш яһай. Сығарылыш уҡыусыларына «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү» йүнәлеше буйынса ҡайтанан һөнәри әҙерлек тураһында диплом тапшырыласаҡ.

«Башҡортостан геройҙары» төбәк программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән «Геройҙар дәүере» федераль проектының дауамы булып тора.

Фото: t.me/radiyhabirov

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас