Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
8 Март , 00:05

Яугир ҡатыны үҙе, ҡыҙы – ирекмән

Илүзә тормош юлдашының именлеге өсөн ай һайын ҡорбан салдыра. Шулай итеп, ҡатын ире юлланғанда “Һинең махсус хәрби операция биләмәһенән имен-һау ҡайтыуың өсөн ай һайын ҡорбан салдырасаҡмын” тигән һүҙҙәренә бөгөн дә тоғро ҡала. Тулыраҡ - түбәндәге яҙмала:

Яугир ҡатыны үҙе, ҡыҙы – ирекмән
Яугир ҡатыны үҙе, ҡыҙы – ирекмән

Илүзә Йәнтүрина Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылындағы Аралбаевтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән. Бәләкәйҙән тырыш ҡыҙ урындағы мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлай һәм “Йылайыр” совхоз-техникумында бухгалтер һөнәренә уҡый, артабан Сибай институтының иҡтисад факультетында ситтән тороп белем ала.

2002 йыл Илүзә Шәрифйән ҡыҙының күңелендә матур ваҡиға булып хәтерҙә ҡалған: Баймаҡ районының Кәрешкә ауылы егете Илфат Йәнтүрин менән ғаилә ҡоралар. Ошо уҡ йылда ҡатын һайлаған һөнәре буйынса район хакимиәтенең мәғариф бүлегенә эшкә урынлаша. Бер йылдан һуң йәш ғаиләгә йәм өҫтәп ҡыҙҙары Илсиә тыуа. Ул – хәҙер район балалар йортонда фельдшер-акушер, ситтән тороп Сибай институтының биология факультетында белем ала.

 – 2017 йылда күңел ҡушыуы буйынса Баймаҡ үҙәк район дауаханаһына эшкә килдем һәм ике йылдан, аяуһыҙ ковид ваҡытында, “ҡыҙыл зона”ла эшләнем, – тип һөйләне Илүзә Йәнтүрина.

Геройымдың был йылдарҙағы хеҙмәте Башҡортостан Хөкүмәтенең Маҡтау грамотаһы менән баһаланған. Бөгөн үҙе ошо уҡ медицина ойошмаһының гинекология бүлексәһендә кастелянша булып эшләй. Ире Илфат Йәнтүрин, ғаиләһе менән кәңәшләшеп, ата-әсәһенән фатиха алып, 2023 йылдың 27 апрелендә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған. Тыныс холоҡло, яуаплы, “Топаз” позывнойлы яугирҙе намыҫлы хеҙмәте өсөн дүрт тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтарғандар. Ҡатыны ла “Һаҡсы фәрештә” ирекмәндәр төркөмөндә тәүге көндәрҙән үк әүҙем ҡатнаша. Былтыр июлдә төркөм етәксеһе Гөлназ Хафизова, уның ире Азат, Гөлфиә Ғайсина, Гөлназ Хисмәтуллина һәм Илүзә Йәнтүрина, оҙайлы юлдарҙы үтеп, сираттағы гуманитар ярҙам менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған.

 – Үҙем эшләгән дауахананың профком ойошмаһына рәхмәтем ҙур. Улар ошо изге эштә – гуманитар йөктө туплауҙа – һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Махсус хәрби операция биләмәһенә сәфәрҙә иремде осратыуымды иһә Хоҙай бүләге тип ҡабул иттем,  – ти ҡатын.  

Әйткәндәй, Илүзә тормош юлдашының именлеге өсөн ай һайын ҡорбан салдыра. Шулай итеп, ҡатын ире юлланғанда “Һинең махсус хәрби операция биләмәһенән имен-һау ҡайтыуың өсөн ай һайын ҡорбан салдырасаҡмын” тигән һүҙҙәренә бөгөн дә тоғро ҡала.

Илүзә Йәнтүрина хәрби частан “Фронтҡа ярҙам” миҙалы менән бүләкләнгән. Ул – шулай уҡ “Әүҙем ирекмән” миҙалы хужаһы. Уның яугирҙәребеҙгә даими ярҙам иткәне өсөн тапшырылған рәхмәт хаттары ла байтаҡ. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигәндәй, ҡыҙҙары Илсиә лә – ирекмән.

Ошондай изге эштәрҙә Илүзә, әлбиттә, ғәзиз әсәһенең фатихаһына таяна. Ә Мәрйәм Йосоп ҡыҙы 38 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән, әле хаҡлы ялда.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  оло юғалтыуҙар ҙа кисергән ғаилә. 2018 йылда Илүзәнең ҡәҙерле атаһы – оҙаҡ йылдар колхозда МТМ мөдире булған Шәрифйән Ишбулды улы Аралбаев баҡыйлыҡҡа күскән. Бөгөн Илүзәнең ныҡлы таянысы булған ҡустыһы Шакирйән, атай нигеҙенең ҡотон һаҡлап, төп йортта йәшәй. Ҡәйнә-ҡайныһы Гөлсирә менән Ишбулат Йәнтүриндәр ҙә – Илүзәнең ныҡлы таяныс-терәге.  

Йәнтүриндәр ғаиләһе – ауылдарындағы үрнәк ғаиләләрҙең береһе. Спорт менән дуҫтар, шулай уҡ төрлө конкурс-бәйгеләрҙә ихлас ҡатнашалар, призлы урындарҙы яулайҙар. “Спорт менән дуҫ булыу һәр кемдә көслө ихтыяр көсө тәрбиәләй. Ә был тормошта бик кәрәк”, –  ти улар.

Фотолар: Илүзә Йәнтүринаның шәхси архивынан.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Яугир ҡатыны үҙе, ҡыҙы – ирекмән
Яугир ҡатыны үҙе, ҡыҙы – ирекмән
Яугир ҡатыны үҙе, ҡыҙы – ирекмән
Яугир ҡатыны үҙе, ҡыҙы – ирекмән
Яугир ҡатыны үҙе, ҡыҙы – ирекмән
Яугир ҡатыны үҙе, ҡыҙы – ирекмән
Яугир ҡатыны үҙе, ҡыҙы – ирекмән
Яугир ҡатыны үҙе, ҡыҙы – ирекмән
Яугир ҡатыны үҙе, ҡыҙы – ирекмән
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас