Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
10 Март , 12:00

Уның батырлығы башҡаларҙы илһамландыра

Дошмандың төп нығытылған позицияларын штурмлауҙа ҡатнаша. Ауыр яралана, әммә ваҡыт үтеү менән кире сафҡа ҡайта.

Уның батырлығы башҡаларҙы илһамландыра
Уның батырлығы башҡаларҙы илһамландыра

Яҡташыбыҙ Илшат Миңлеәхмәтов – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, взвод командиры урынбаҫары-“Башҡортостан” полкының Ғәзи Заһитов исемендәге штурмлау отряды бүлексәһе командиры. Ул махсус хәрби операцияла 2023 йылдың майынан. Дошмандың төп нығытылған позицияларын штурмлауҙа ҡатнаша. Ауыр яралана, әммә ваҡыт үтеү менән кире сафҡа ҡайта.

Бер алышта штурмлау отрядының отделениеһы ҡамауға эләгә. Кесе сержант Миңлеәхмәтов позицияны биләй һәм иптәштәрен яҡлай. Ул дошман нөктәләрен ут менән юҡ итә һәм яралыларҙы эвакуациялауға ярҙам итә. Яҡташыбыҙҙың һалҡын ҡанлылығы һәм тәүәккәллеге яугирҙәрҙе артабанғы ғәмәлдәргә рухландыра, был ҡамауҙы өҙөүгә килтерә.

Батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Илшат Миңлеәхмәтов “Батырлыҡ өсөн”, II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” һәм генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнде.

Сығанаҡ: "Башҡорт батальоны" телеграм-каналы. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас