Фатима Шәйхетдинова килене һәм ейәнсәре менән улының махсус хәрби операциянан ҡайтҡанын дүртенсе йыл көтөп йәшәй. Ышаныс һәм һөйөү әсәгә көс бирә, Ватан һаҡлауҙы профессияһына әүерелдергән Илнурҙың ҡарарын әсә күптән хуплап ҡаршы алған. Армия хеҙмәтенән һуң егет Росгвардия сафында хеҙмәт итергә ҡарар итә, тип яҙа “Светлый путь”гәзите.
“Улым бәләкәйҙән миңә ярҙам итергә тырышты. Бер үҙем тәрбиәләп үҫтерҙем, – тип хәтерләй Фатима Мәрүәр ҡыҙы. –Төньяҡ Кавказ төбәгендә хеҙмәт командировкаһы барышында батырлыҡтар күрһәтә, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, медиктарға инеү юлын тәьмин итә, үҙе яралана”.
Росгвардияның махсус тәғәйенләнештәге отряды хәрби хеҙмәткәре, сержант республикала генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов ордены менән наградланған тәүге ете кешенең береһе була. Әлеге ваҡытта Илнур милли гвардия ғәскәрҙәренең 29-сы махсус тәғәйенләнеш отряды составында махсус хәрби операция зонаһында бурыстарҙы үтәй. Контракт төҙөгәндә “Шах” позывнойын ала. Ғаилә бәйләнештәренең ныҡлығы, көслө рух, әсә мөхәббәте ошо ябай булмаған осорҙа уға ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә торғандыр. “Мин улыма һәр саҡ ышандым, ул ысын ир-егет булып үҫте. Бөтә ҡурҡыуҙарымды һәм икеләнеүҙәремде уның менән ғорурлығым, ышанысым еңә”, – ти әсә.
Фатима Мәрүәр ҡыҙы 20 йылдан ашыу Ҡыңғыр-Мәнәүез урта мәктәбе ашханаһында эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, өйҙә ултырғыһы килмәй, районда асылған “Дельта” тегеү цехында эш башлай. “Бына өсөнсө йыл инде ошонда ҙур ҡәнәғәтләнеү менән эшләйем, коллективҡа өйрәндем”, – ти ул. Батыр ул үҫтергән әсәгә һаулыҡ, яҡты көндәр, шатлыҡтар теләйбеҙ.
Фото: “Светлый путь” гәзите.