“Ватанды һаҡлаусылар” фонды МХО ветерандарына адаптив спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү мөмкинлеген булдырыуға ҙур иғтибар бүлә. Бына күптән түгел Максим Кошкаровҡа следж-окккей уйнауға тәғәйенләнгән спорт экипировкаһы тапшырғандар. МХО ветераны – “Булат” командаһының ҡапҡасыһы.
– Следж-хоккей МХО-нан яраланып ҡайтҡан яугирҙәргә реабилитация үтеүҙең бер йүнәлешенә әйләнде. Беҙҙең төп бурыс – уларға һаулыҡтарын нығытырға, тыныс тормошҡа ҡайтанан күнегергә ярҙам итеү. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды МХО ветерандарының һәр ҡайһыһының мөрәжәғәтен айырым ҡарай, был яугирҙең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уға тап килгән форманы һайлар өсөн кәрәк, – ти фондтың Башҡортостан бүлеге етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. – Ветерандарға, хоккей менән шөғөлләнә алыу өсөн, уңайлы булырға тейеш. Беҙҙең “Булат” командаһы ҡышҡы “Ватанды һаҡлаусылар кубогы”на әҙерләнә. Беҙ уларға ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер.
Максим Кошкаров Өфө районында тыуып-үҫкән. Әрмелә Чечен Республикаһында хеҙмәт иткән, спецназ булырға хыялланған. МХО-ға ҡәҙәре Максим Владимировичйыһаз етештереүҙә эшләгән. МХО-ға мобилизация буйынса киткән. Хәрби хеҙмәтен Донецк мотоуҡсылар ротаһында башлаған, ә 2023 йылда Луганск десант-штурм бригадаһына ебәрелгән.
Кошкаровтарҙың ҙур ғаиләһе үҙ-ара ныҡ татыу. Ветеран – дүрт малайҙың һөйөклө атаһы. Максим Владимирович следж-хокккей менән даими шөғөләнә. Йорт тирәһендәге ир-ат ҡулы кәрәккән мәсьәләләрҙе ҡыуанып хәл итә, улы менән бергә мунса төҙөй. Үткән йылда МХО ветераны “Ватанды һаҡлаусылар” фонды ярҙамында “Кибатлетика” союзы үткәргән проектта ҡатнашып, адаптация үткән, шулай уҡ ҡатыны менән бергә дәүләт фондының “Фермерҙар мәкәбе”ндә лә уҡыған.
– “Ватанды һаҡлаусылар” фондының, социаль координаторҙарҙың ҙур ярҙамын тоябыҙ. өйөбөҙҙө яраҡлаштырҙылар, протездар бирҙеләр, – ти Максим Владимирович. Оҙаҡламай уға ауыр һуҡмаҡтарҙан үтеү сифаты яҡшы булған коляска һәм адаптив кейем дә бирәләр. – Хәҙер бына экипировка а бирҙеләр. Барыһы өсөн дә рәхмәт!
Мәғлүмәт, фото: vk.com/zashitnikiotechestvarb